Өфөлә — донъя чемпионаты11.12.2012
26 декабрҙән киләһе йылдың 5 ғинуарына тиклем баш ҡалабыҙҙа 20 йәшкә тиклемгеләр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты буласаҡ.

Турнирҙа планетаның иң көслө ун командаһы ҡатнаша. Ярыштар “Өфө-Арена”ла һәм Спорт һарайында үтәсәк. Өфөгә сит ил спортсыларының, шулай уҡ Төньяҡ Американан һәм Европанан туристарҙың күпләп килеүе көтөлә.
Плей-оффҡа һәр төркөмдән өсәр команда сыға. Әйткәндәй, Өфөлә бындай формула буйынса турнир һуңғы тапҡыр үткәрелә, сөнки Халыҡ-ара хоккей федерацияһы йәштәр һәм үҫмерҙәр чемпионаттарына үҙгәреш индерҙе: бынан ары плей-оффҡа төркөмдән дүртәр команда сығасаҡ. Улар артабан 1/4 финалда осрашасаҡ.
Әүәлге донъя чемпионаты Канадала үткәрелде. Рәсәй йыйылма командаһы финалда, Швеция спортсыларынан ҡалышып, көмөш миҙалдар яулағайны. Беҙҙең команда составында Өфөнөң “Салауат Юлаев” клубынан Андрей Василевский менән Илдар Иҫәнғолов сығыш яһаны.


Вернуться назад