“Һеҙҙә спорт ҡоролмалары яҡшы хәлдә. Тимәк, 2021 йылда Олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре буйынса донъя уйындарын Башҡортостанда үткәреүгә дәғүә итә алаһығыҙ”. Йәй көнө Өфөгә килгәндә Милли һәм Олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре буйынса комитет һәм Бөтә донъя уйындарының халыҡ-ара ассоциацияһы вәкилдәре шулай тип әйткәйне.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы министры Андрей Иванюта киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа тап шул хаҡта һөйләне.
– Күптән түгел киләһе уйындар үтәсәк Калиға (Колумбия) ойоштороу комитеты ултырышына барҙым һәм бындай ярыштарға әҙерлек йәһәтенән үҙемә күп нәмә астым, – тине министр.
Мәҫәлән, беҙгә яңы спорт биналары төҙөү зарур. Атап әйткәндә, уйындарҙы асыу тантанаһы өсөн яңы стадион кәрәк, ул 30 мең самаһы тамашасыны һыйҙырырға тейеш. Әле “Нефтсе” стадионы реконструкциялана, әммә ул 16 мең генә кешегә иҫәпләнгән. Әлбиттә, урындарҙы күбәйтеү өсөн ваҡытлыса трибуналар ҙа ҡуйырға мөмкин.
– Өфөлә бындай бәйгене үткәреү республиканың абруйын күтәрер ине. Шулай уҡ спортҡа халыҡты нығыраҡ ылыҡтырыу, ҡаланың инфраструктураһын үҫтереү, төҙөкләндереү йәһәтенән дә уның әһәмиәте ҙур буласаҡ, – тине Андрей Иванович.
И. ХАҠОВ.