"Сыңғыҙхан"ды еңермен тимә!05.12.2012
"Сыңғыҙхан"ды еңермен тимә!Билдәле башҡорт боксёры Денис Шафиҡов уҙған шәмбе Мексиканың Косумель тигән төбәгендә сираттағы уңышы менән һөйөндөрҙө — Африканың Гана Республикаһынан 29 йәшлек Альберт Менсыны еңде.
Егеттәр Бөтә донъя боксёрҙар советының WBC Mediterranean титулы өсөн көрәште. Алыш 12 раунд буйы дауам итте. Денис дәғүәсеһен ике тапҡыр ергә йығып һалды, үҙе бирешмәне. Судьялар бер тауыштан уны еңеүсе тип таныны.
Һәр алышҡа милли еләне менән бүркендә сығыусы "Сыңғыҙхан" ҡушаматлы баһадирыбыҙҙың профессиональ бокстағы күрһәткесендә хәҙер 31 еңеү иҫәпләнә. Еңелгәне юҡ.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад