“Торпедо” сәпкә теймәне03.12.2012
КХЛ-дың бишенсе чемпионатындағы сираттағы матчта “Салауат Юлаев” Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һы менән осрашты.
Бынан алдағы уйындарҙа Мәскәү янының “Атлант”ынан, Ярославлдең “Локомотив”ынан еңелгән “Салауат Юлаев” егеттәренең кәйефе шәптән түгел ине. Уларҙың был юлы бөтөн көсөн һалып, бары еңергә тигән маҡсат менән уйнауы баштан уҡ һиҙелде.
Икенсе осорҙа ла командалар бер тигеҙ уйнай башланы. Әммә был юлы, “Салауат”тың сираттағы уйынсыһы штраф эскәмйәһенә ултырғас, беҙҙең ҡапҡаға “күстәнәс” индереп өлгөрҙөләр. Шулай ҙа тиҙҙән Томаш Ролинек иҫәпте 1:1 итеп тигеҙләп ҡуйҙы. Өсөнсө осорҙа иһә Башҡортостан уйынсылары “Торпедо” ҡапҡаһына йәнә ике мәрәй сойорғотто. Шулай итеп, “Салауат Юлаев”тың дәғүәселәрен үҙ боҙонда 3:1 иҫәбе менән еңеүе барыбыҙ өсөн дә оло ҡыуанысҡа әүерелде.

И. ЛОҠМАНОВ.


Вернуться назад