Сочи, Сочи! Уйға һалдың...30.11.2012
Сочи, Сочи! Уйға һалдың...
Сочиҙа Олимпия уты ҡабынасаҡ көнгә йылдан ашыу ваҡыт ҡалды. Донъя кимәлендәге был мөһим, яуаплы сара яҡынлашҡан һайын әҙерлек ҡыҙа: ярыштар үтәсәк объекттарҙа эш тынмай, тренерҙар, спортсылар күнекмәләрҙән бушамай. Уйындарҙың барышын халыҡҡа еткереү бурысы йөкмәтелгән матбуғат хеҙмәткәрҙәре лә тик ятмай. Тап ошо ниәттән Сочи ҡалаһында спорт темаһына ижад иткән журналистарҙың
II Бөтә Рәсәй форумы булды. Уны “РИА Новости” медиа-холдингы менән “Р-Спорт”спорт яңылыҡтары агентлығы ойошторҙо.

“Ҡыҙыл ялан”

Асыҡ йөҙлө хужа кеүек ихлас ҡаршыланы беҙҙе Сочи. Ноябрь башы булыуға ҡарамаҫтан, бар тәбиғәт йәм-йәшел. Күк йөҙө салт аяҙ. Беҙҙәге өшәнес, дымлы көндәрҙән һуң бындағы тәбиғәт бөтөнләй икенсе күренде. Диңгеҙҙән килгән, тауҙарҙан бөркөлгән һулап туйғыһыҙ һауа тын юлдарын иркенәйтеп ебәргәндәй тойолдо. Беҙҙе ҡаршы алыусылар:
– Форум “Ҡыҙыл ялан”да үтәсәк, хәҙер шунда барабыҙ, — тигәс, тәнем земберләп ҡуйҙы.
– “Ҡыҙыл ялан?” – тип ҡабаттан әйләндереп һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Эйе, эйе. – Йәш кенә ҡыҙыҡай һорауыма ғәжәпләнгәндәй итте.
– Әллә унда булғанығыҙ бармы?
— Юҡ та.
Тап ошо урында бынан 150 йыл элек урыҫ ғәскәрҙәренең черкес армияһын тар-мар итеүе, шуның хөрмәтенә тантаналы парад үткәреүҙәре тарихтан мәғлүм ине. Был һуғышта биш мең самаһы черкес һалдаты һәләк була, тирә-йүн ҡып-ҡыҙыл ҡанға мансыла. Бөгөн тап шул урында бөтә донъя спортсылары ҡатнашасаҡ Олимпиадаға әҙерлек бара.
Бер аҙҙан автобуста, Кавказ тауҙары һыртынан тирә-яҡты күҙәтә-күҙәтә, форум үтәсәк төбәккә йүнәлдек.
Бөтә ерҙә төҙөлөш гөрләй: тауҙар араһында юл һалалар, күперҙәр төҙөйҙәр. Бер яҡтараҡ трамплин кеүегерәк нәмә күҙгә салынды. Баҡһаң, саңғыла уҙышыу, биатлон, тау саңғыһы, сана-бобслей, сноуборд, фристайл, трамплиндан һикереү буйынса ярыштар тап ошо тирәлә уҙғарыласаҡ икән.
Илебеҙҙең төрлө тарафтарынан йыйылған юлдаштарымдың береһе был яҡтың тәбиғәтенә һоҡлана, икенселәр үҙ-ара фекер алыша. Уйҙарым үҙенән-үҙе алыҫ үткәндәргә барып тоташа.
Аҙ һанлы милләттәрҙе иҙеү, тиктомалдан уларҙың аҫаба ерҙәренә баҫып инеү, ҡанға туҙҙырыу, тартып алыу Рәсәй империяһының ҡанына һеңгән, күрәһең. Кавказдың ожмах кеүек тәбиғәтен, диңгеҙ буйҙарын, уңдырышлы ерҙәрен эләктереү өсөн батшалар ниндәй генә яуызлыҡҡа бармаған! Улар һуғышты үҙҙәренең мәкерле ниәтенә өлгәшеүҙең төп сараһы итеп күрә. Урыҫ һалдаттары ауылы-ауылы менән черкес халҡын яндыра, ҡарттарҙы, ҡатындарҙы, балаларҙы ла аяп тормай. Хәфифә ауылында булған ҡот осҡос ваҡиға тураһында хатта “Стар” тигән инглиз гәзитендә лә яҙып сығалар. Был ауылдың ир-аты сит ил хеҙмәтендә булған саҡта батша һалдаттары килеп, балаларҙы, ҡарттарҙы ҡырағайҙарса язалап үлтерә, биш йыл эсендә торлаҡтарын яндырып бөтәләр.
Тиҙҙән Рәсәй менән Ғосман империяһы йәнә һөйләшеп, ҡотҡо тарата. Имеш, черкестар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Төркиәгә күсеп китә ала. Өҙлөкһөҙ һуғыштарҙан, төрлө кәмһетелеүҙәрҙән, ҡыҫырыҡлауҙарҙан йонсоған халыҡ бындай хәбәргә тиҙ ышана. Унар меңләгән черкес яңы урынға китеү өсөн Ҡара диңгеҙ бортына йыйыла. Әммә ас, хәлһеҙ халыҡтың күбеһе диңгеҙ аръяғына сығып етә алмай, уларҙың мәйеттәре яр буйҙарында, диңгеҙ төптәрендә ятып ҡала (шуға ла черкестар оҙаҡ-оҙаҡ йылдар диңгеҙ балығын ашамаған). Әммә ят ерҙә лә күскенселәрҙе көтөп тормайҙар. Бер аҙҙан улар яңынан тыуған еренә ағыла башлай.
— Килеп еттек, ахырыһы! – Янымда ултырған юлдашым, “Кызыл таң” гәзитенең хәбәрсеһе Айҙар Зәкиевтең тауышы уйҙарымды бүлде.
Ҡышҡы Олимпия уйындары Сочиҙа үтә тигәс, күптәр: “Нисек инде, унда ҡар бармы?” — тип ғәжәпләнгәйне. Ҡаланан 40 километр самаһы алыҫлыҡта ғына ятһа ла, бейек тауҙар ҡосағындағы был ерҙәрҙә тәбиғәт диңгеҙ буйындағынан шаҡтай айырыла. Декабрҙән яҙғаса бында ҡалын ҡар ҡатламы ята.
“Ҡыҙыл ялан” өс мең метр бейеклектәге тауҙар теҙмәһе менән уратып алынған, диңгеҙ кимәленән 600 метр бейеклектә урынлашҡан. Шуға ла был төбәк тау саңғыһы спорты үҫешкән курорт биләмәләре булараҡ билдәле.

“Һеҙгә мөһим һәм яуаплы бурыс йөкмәтелә”

Иртәгәһен форумдың тәүге өлөшө башланды. Сараға илебеҙҙең төрлө төбәгенән ике йөҙгә яҡын журналист йыйылғайны. Олимпия уйындары барышы менән миллионлаған көйәрмән нәҡ уларҙың баһаһы һәм репортаждары, мәҡәләләре аша танышасаҡ. Тимәк, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә был йәһәттән ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгәнен аңлауы ҡыйын түгел. Форумда тап шул ниәттән — журналистарҙың оҫталығын баһалау өсөн — иғлан ителгән “Һинең спорт йондоҙо” тигән конкурстың йомғаҡтары мәғлүм булды. Еңеп сыҡҡан егермеләгән журналист Олимпиаданы яҡтыртыу хоҡуғын алды.
Форумға сит илдәрҙән дә журналистар саҡырылғайны. Американың “Вокруг олимпийских колец” мәғлүмәт-аналитика агентлығының ойоштороусыһы һәм башлығы Эдвард Хуланың сығышын барсаһы ҡыҙыҡһынып тыңланы.
– Интернет көндән-көн ныҡлы тамыр йәйә, шуға ла Сочиҙа үтәсәк Олимпиадала телевидениеның төп дәғүәсеһе тап мәғлүмәт сайттары буласаҡ, — тине ул. — Беҙ рекордтарҙы, спорт ҡаҙаныштарын яҡтыртыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуймайбыҙ. Үҙебеҙгә яңылыҡтар ҙа эҙләйбеҙ. Мәҫәлән, уйындарҙың нисек ойошторолғанлығы, еңеүселәр генә түгел, еңелеүселәр ҙә ҡыҙыҡһындырасаҡ беҙҙе. Бағыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
“Франц Пресс” спорт департаменты агентлығы етәксеһе Винсент Амальви менән журналист Пол Редфордтың сығышын да форумға килеүселәр ҡыҙыҡһынып тыңланы. Пол үҙ ғүмерендә 16 Олимпиада барышын яҡтыртҡан. Сочиҙа үтәсәк сарала кире күренештәрҙе эҙләргә кәрәкмәй”, — тине ул. Был осраҡта сығыш яһаусы, моғайын, черкестарҙың Олимпиаданы “Ҡыҙыл ялан”да үткәреүҙәренә ҡаршылығын, уйында ҡатнашҡан һәр спортсыға ҡара таҫма бирергә кәрәк тиеүҙәрен күҙ уңында тотҡандыр.
Форумда конькиҙа йүгереү буйынса Олимпия чемпионы Светлана Журова, билдәле хоккейсы, ике тапҡыр Олимпия чемпионы Сергей Макаров менән осрашыу ҙа ихлас шарттарҙа барҙы.

Олимпия паркы

Рәсәй үҙ тарихында Олимпия уйындарын икенсе тапҡыр ҡабул итәсәк. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр бындай сара СССР-ҙың баш ҡалаһы Мәскәүҙә 1980 йылда үткәйне, әммә XXII Йәйге Олимпия уйындарында АҠШ, Канада, ГФР, Ҡытай, Япония ҡатнашманы. Сәбәбе сәйәсәткә бәйле: ул саҡта АҠШ президенты Картер СССР-ға ҡарата бойкот иғлан иткәйне. Уға әле үрҙә һаналған илдәр ҙә ҡушылды.
Иртәгәһен Олимпия паркына юл тоттоҡ. Хоккей өсөн бәләкәй һәм ҙур боҙ ареналары, керлинг үҙәге менән танышып сығыуға ҡараңғы төшә башланы. Унан һуң “Айсберг” тип аталған боҙ һарайына юлландыҡ. Ут яҡтыһында әллә нисә төҫтә балҡып, күкһелләнеп, Ҡара диңгеҙ тулҡындарын хәтерләтеп, ғәжәп һоҡланғыс күренә ине ул. Халыҡта икенсе төрлө “шайба” тип тә йөрөтөлә икән. “Айсберг” фигуралы шыуыу һәм шорт-трек буйынса ярыштар өсөн тәғәйенләнгән, 12 мең тамашасыны һыйҙыра ала. Был һарайҙа киләсәктә хоккей ярыштары ғына түгел, концерттар, йәнә башҡа күп төрлө саралар уҙғарырға мөмкин буласаҡ. Рәсми ҡунаҡтар, судьялар өсөн шартына килтереп эшләнгән. Хатта донъяла иң яҡшыһы тип баһаланған Төньяҡ Америкалағы боҙло арена ла уның менән тиңләшә алмай.
Фотографтар һәм телеоператорҙар өсөн урындар, ҡыҫҡаһы, 500 репортер эшләрлек итеп уңайлы эшләнгән. Октябрь аҙаҡтарында бында Фигуралы шыуыу буйынса федерация кубогына Бөтә Рәсәй ярыштары үткәрергә өлгөргәндәр. Спортсылар, тренерҙар яңы боҙҙоң сифатына һоҡланып бөтә алмай.
Унан һуң беҙҙе “Адлер-арена” тигән ябыҡ боҙ һарайы хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды.
Конькиҙа уҙышыусылар өсөн тәғәйенләнгән был бина бөгөндән әҙер тиергә була. Бөтә ер ялтлап, балҡып тора. Ишектәр, баҫҡыстар, рәшәткәләр – барыһы ла зауыҡ менән һәм ныҡлы, сыҙамлы быяланан эшләнгән. Вестибюлдә йомшаҡ йыһаз ҡуйылған, гөлдәр, үҫемлектәр йәмләй. Бинаның тирә-яғына “йәшел балаҫ” түшәлгән.
Олимпиаданы асыу, ябыу, еңеүселәрҙе бүләкләү тантаналары “Фишт” тигән үҙәк стадионда үтәсәк. Ҡырҡ мең тамашасыға иҫәпләнгән был бинаның да проекты үҙенсәлекле. Ул 2013 йылда төҙөлөп бөтәсәк, тинеләр.

Леопард, Ҡуян, Аҡ айыу – Ҡытайҙан

Сочиҙа үтәсәк Ҡышҡы Олимпия уйындары ҡалаға ла ҙур үҙгәрештәр индерә. Яңы стадиондар, юлдар, коммуникациялар киләһе быуаттарға ошо йылдарҙың шаһиты булып ҡаласаҡ. Шулай ҙа Олимпиада матди байлыҡ ҡына түгел: бөгөн, рухи ҡиммәттәр үҙгәргән заманда, ул кешелеклелек, шәфҡәтлелек кеүек изге сифаттарҙы нығытыуға ла булышлыҡ итәсәк. “Волонтер” тигән яҙыулы, йөҙҙәре балҡып торған ҡыҙ һәм егеттәрҙе йыш күрҙек. Уларһыҙ илдә Олимпиадаға әҙерлекте, тәүге һынау, күнекмәләрҙе, төрлө сараларҙы ойоштороуҙы күҙ алдына килтереп булмай, тиҙәр. Олимпия уйындарында хеҙмәтләндереүсе персоналдың 35 процентын волонтерҙар тәшкил итәсәк. Олимпиада төрлө йәһәттән ҡалаға үҙгәрештәр индерә. Бөгөн бында инглиз телен ныҡлап өйрәнәләр.
Сочиҙа, анығыраҡ итеп әйткәндә, “Ҡыҙыл ялан”дағы ике көн һиҙелмәй ҙә үтте. Үҙебеҙҙең Башҡортостанға ла оҡшатҡандай булдым бындағы тәбиғәтте. Ошондай уҡ бейек, мөһабәт тау-ҡаялар, хозур урындар, тарлауыҡтар, селтер тау шишмәләре беҙҙә лә етерлек. Тимәк, бына тигән курорт, тау саңғыһы үҙәктәре эшләргә, табыш алырға мөмкин. Ул сағында “ҡырағай” туристарға тирә-яғыбыҙҙы тәләфләргә мөмкинлек тә тыумаҫ ине.
Сочи аэропортында һәр беребеҙ иҫтәлеккә бүләк алырға тип магазиндарға һибелдек. Олимпиада билдәһе итеп ҡабул ителгән Леопард, Ҡуян, Аҡ айыуҙың... Ҡытайҙан килтерелеүе ғәжәп итте. Хатта спорт костюмдары ла шул илдә тегелгән ине.
Венер ИСХАҠОВ


Вернуться назад