Антти Пильстремдың тәүге "эшләпә"һе27.11.2012
Антти Пильстремдың тәүге "эшләпә"һе"Салауат Юлаев" һуңғы уйындарҙа көйәрмәндәрен ҡыуандыра. Әллә Донецкиҙа "Донбасс"тан отолоу уйынсыларыбыҙға тәьҫир иттеме, әллә башҡа сәбәптәр булдымы – әммә өфөләр рәттән өсөнсө ҡабат еңеү яуланы. Еңеүҙең дә ниндәйе бит әле – береһенән-береһе ҙурыраҡ иҫәп менән!
Быға, әлбиттә, уйынсыларыбыҙҙың, ниһайәт, үҙ көйәрмәндәре алдында – "Өфө-Арена"ла сығыш яһауы йоғонто яһағандыр. Тәүҙә "Спартак"ты 4:1 иҫәбе менән теҙ сүктерһәк, "Донбасс"тың ҡапҡаһына сойорғотҡан биш шайба ышанысты көсәйтте генә. Ә Риганың "Динамо"һын 7:3 менән отоу юлаевсыларҙың көйәрмәндәре өсөн, ысынлап та, күптән көтөлгән байрамға әүерелде! Был еңеүҙәр командабыҙҙың "баҡсаһына" таш атыусыларға лайыҡлы яуап булып яңғыраны. Ә һуңғы уйында ҡаршы команда ҡапҡаһында өс тапҡыр "ҡыҙыл ут" тоҡандырған һөжүмсебеҙ Антти Пильстрем, ысынлап та, осрашыуҙың геройына әүерелде.
Хәҙер беҙ КХЛ-дың "Көнсығыш" конференцияһында 5-се урынға күтәрелдек. Бары "Авангард", "Аҡ барыҫ", "Трактор" һәм Магниттың "Металлург"ы ғына өфөләрҙән юғарыраҡ урынлашҡан. Ә бына һуңғы уйындарҙа еңелеү белмәгән һәм дөйөм турнир таблицаһында беренселеккә күтәрелгән "СКА"-ның баш тренеры Милош Ржиганы эштән сығарыуҙың сәбәбен береһе лә төшөнмәй ҡалды. Моғайын, Петербург командаһының етәкселеге еңеүҙәрҙән ялҡып киткәндер тип һығымта яһарға ғына ҡала...
Р. ЗӘЙНУЛЛИН.


Вернуться назад