Баш ҡалабыҙҙа “Өфө” футбол клубы — 100 йыллыҡ тарих” китабы өсөн материалдар йыйыла. Клубтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, проектҡа Башҡортостандағы билдәле футбол тарихсыһы Олег Шухардин етәкселек итә.
— Баҫмала мин Өфө футболының башланғыс тарихын сағылдырасаҡмын, — тине ул. — Баш ҡалабыҙҙа 1907 йылда барлыҡҡа килгән футболдың тәүге аҙымдарына, 1912 йылғы ҡала-ара уйындарындағы күрһәткестәренә ентекле туҡталасаҡмын. Уҙған матчтар хаҡында һөйләргә, клубтарҙың, футболсыларҙың, судьяларҙың исемдәрен халыҡҡа еткерергә теләйем.
Өфө футболы бер быуаттан ашыу тарихҡа эйә, уны һәр кем белергә тейеш, тигән фекерҙә Олег Шухардин. Әйткәндәй, Өфө командаһының Һамар коллективына ҡаршы тәүге уйындарының анонсы “Уфимский вестник”тың 1912 йылдың 25 август һанында баҫылып сыҡҡан. Мәскәүҙең “Русский спорт” журналы ла 1912 йылдың 16 сентябрендәге 38-се һанында Һамар хәбәрсеһенән Өфөлә үткән уйын тураһындағы ҡыҫҡаса отчетын урынлаштырған.
Л. ДӘҮЛИЕВА.