Канаданан килгән сәләм14.11.2012
Дуҫлашып, аралашып йәшәү. Әҙәм балаһы өсөн ошонан да изгерәк ҡиммәттәрҙең булыуы мөмкинме? Бер нисә айҙан Өфөлә башланасаҡ VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын спорт ярышы ғына түгел, ә үҙ-ара танышыу, илдәр араһындағы дуҫлыҡ ебен нығытыу сараһы тип баһалау ҙа кәрәктер.

Ошо көндәрҙә, уйындарҙың тәүге билдәһе итеп, «Халыҡ-ара сәләм эстафетаһы»на старт бирелде. Дуҫлыҡ сәләмен Өфөгә иң беренселәрҙән булып Канаданың Торонто ҡалаһынан Илдар Сәмерханов менән уның ҡустыһы Никита алып килде. Улар икеһе лә сығышы менән Өфөнән. Бөгөн Илдар — Канадалағы «Берлек» йәмғиәтенең иң егәрле ағзаһы. Никитаға ун ике йәш, ул сноуборд менән шөғөлләнә. Алсаҡ, ихлас малай үҙе, дуҫтары тураһында кинәнеп һөйләне.
– «Канада скауттары» тигән ойошмала иптәштәрем менән һеҙгә тип стена гәзите сығарҙыҡ. Тағы ла тыуған илебеҙҙең билдәһе сифатында Канада шайбаһын бүләк итәбеҙ. Халыҡ-ара балалар уйындарында һеҙгә уңыштар теләйбеҙ, – тине океан аръяғынан килгән ҡунаҡ.
Өфөләр ҙә ҡунаҡтар алдында бурыслы булып ҡалманы. Башҡортостан балалары исеменән тау саңғыһы буйынса спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, ун дүрт йәшлек Милена Быкова тәбрикләне. Ул Никитаға, Канада скауттарына значоктар, иҫтәлекле шарф һәм алда торған уйындарҙың төп билдәһен – Батыр исемле йомшаҡ айыуҙы – тапшырҙы.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад