Ҡунаҡ килер алдынан һәр кем өй тирәһен ипкә килтерә, матурлай. Тиҙҙән Өфөгә йыйыласаҡ спортсыларҙы республика халҡы яҡты йөҙ менән ҡаршыларға әҙерләнә: өр-яңынан төҙөкләндерелгән Спорт һарайы ҡайтанан асылды. Ҡыуаныслы ваҡиғаға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та килде.
Был бина теүәл 45 йыл элек төҙөлгән. Әммә шунан бирле уға ҙур ремонт эшләнгәне булмай. Республика етәксеһе Спорт һарайының яңы матбуғат үҙәген, сисенеп-кейенеү, допинг күҙәтеүе бүлмәһен, йәш хоккейсылар шөғөлләнгән боҙ аренаһы менән танышып сыҡҡандан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға был. Ун ай эсендә бина танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Барлыҡ спортсылар, спорт һөйөүселәр өсөн байрам бүләге күңелдәренә хуш килер тип ышанам, – тине ул.
Рөстәм Хәмитов ҙур ярҙамы өсөн “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Александр Корсикка рәхмәтен еткерҙе. Әйткәндәй, был компания республикала спортты үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ремонт өсөн 400 миллион һумдан ашыу аҡса бүлгән.
Төҙөүселәрҙең эшенән ҡәнәғәт ҡалған Рөстәм Хәмитов:
– Беҙ йәштәр командалары араһындағы хоккей буйынса донъя чемпионатына бөгөндән әҙер. Әйҙәгеҙ, иртәгә үк ошо хаҡта Халыҡ-ара хоккей федерацияһына хат яҙайыҡ, – тип шаяртып алды.
И. ХАҠОВ.