Ржигаҙа бүләк оҡшаманы09.12.2011
Ниһайәт, "Салауат Юлаев" үҙ көйәрмәндәрен еңеүҙәр менән ҡыуандыра башланы. Һуңғы уйын да ошоно раҫланы. Ә кемгә ҡаршы уйнаныҡ бит әле! Иң көслөләр иҫәбендә булған "СКА" беҙҙе миҙгел башында "Өфө-Арена" боҙонда теҙ сүктергәйне...
Был юлы ла осрашыу "Салауат Юлаев" көйәрмәндәре өсөн күңелһеҙ башланды. Тәүге осорҙа уҡ Санкт-Петербург хоккейсылары беҙгә бер-бер артлы ике шайба "сәпәне". Әммә юлаевсылар бер нисә көн элгәре Риганың "Динамо"һын да ике шайба үткәргәс кенә тар-мар итеүгә өлгәште бит. Шуға ла өмөт бар ине.
Был юлы ла "Салауат" ошо сценарий буйынса уйнаны. Йәш ҡапҡасыбыҙ Никита Давыдов та һыр бирергә теләмәне. Икенсе осорҙа "СКА" тулыһынса албырғап ҡалды – беҙҙекеләр уларҙың ҡапҡаһына яуапһыҙ дүрт шайба ырғытты. Осрашыу аҙағында ғына көслө һөжүмгә күсеп, тегеләр иҫәпте тигеҙләй алды. Әммә овертаймда һөжүмсе Александр Радуловтың шайбаһы "Салауат"ҡа еңеү килтерҙе: 5:4! Тыуған көнөн билдәләгән Милош Ржигаға бер мәрәй менән генә мөрхәтһенергә тура килде. Моғайын, уға бүләк оҡшап етмәгәндер.
Был еңеүҙән һуң "Салауат" турнир таблицаһының Көнсығыш конференцияһында бишенсе урынға күтәрелде. Магнитогорск ҡалаһының "Металлург" командаһы менән "Аҡ барыҫ" беҙҙән саҡ ҡына ҡалыша.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад