Батыр майҙанда һынала09.11.2012
Батыр майҙанда һыналаӨфөнөң “Динамо” спорт комплексында Билбау көрәше буйынса донъя кубогы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Үҙ көсөн һынау өсөн 22 илдән килгән йөҙҙән ашыу бәһлеүән майҙанға сыҡты.
Рәсәй, Азербайжан, Әрмәнстан, Беларусь, Греция, Грузия, Израиль, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Литва, Молдова, Монголия, Норвегия, АҠШ, Тажикстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Украина, Швеция, Эстония тарафтарының бил бирмәҫтәре сәмләнеп алышты.
Башҡортостан батырҙары — Руслан Зеневич, Руслан Шәйхетдинов, Илфак Ибәтуллин, Ринат Йәнекәев, Зиннур Ғайсин, Рушан Ильясов, Наил Мөхәмәтйәнов, Рөстәм Исламов, Дмитрий Исаев, Антон Матренин, Рәдиф Аҡсурин көсөргәнешле алышта һынатманы.
Ярыштың тәүге көнөндә үк Рәсәй спортсылары туғыҙ миҙал алып һөйөндө, шуларҙың дүртәүһе — Башҡортостандан. 82 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Октябрьский ҡалаһы егете Харис Мөсәлиев еңеүсе тип танылды.
А. АБҘАҠОВ.


Вернуться назад