Донъя батыры кем булыр?08.11.2012
Республикабыҙҙа спорт тормошо гөрләп тора. Кисә Өфөлә Билбау көрәше буйынса донъя кубогы башланды.

Уны Халыҡ-ара Билбау көрәше федерацияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Өфө ҡалаһының көрәш һәм билбау көрәше буйынса федерацияһы ойоштора.
Алыш Олимпия системаһы буйынса уҙғарыла. Һәр илдән бер ауырлыҡ категорияһында ни бары ике спортсы ҡатнаша. Ирҙәр классик һәм ирекле стилдә – ете, ҡатын-ҡыҙҙар ирекле стилдә биш ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад