Сәйәхәттән йәшәреп ҡайттыҡ09.12.2011
“Башҡортостан Республикаһында 2011 йылда социаль туризмды үҫтереү” программаһы хаҡлы ялдағыларҙың тормошон сағыулатты, уларға хәстәрлекте арттырҙы. Күптән түгел ойошторолған “Өфө – Санкт-Петербург” туристик походында йәнә йөҙ кеше ҡатнашты.
Рәсәйҙең икенсе баш ҡалаһының Петропавловск ҡәлғәһе, Ленинградты геройҙарса һаҡлаусылар монументы, Пискарев мемориаль зыяраты, легендар “Аврора” крейсеры, Санкт-Петербург собор мәсете, Дәүләт Эрмитажы, Петергоф һарай-парк ансамбле, Исаакий соборы кеүек күркәм урындарҙа булыу, төнгө ҡаланы күҙәтеү онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Туристарҙы оҙатып йөрөүсе Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы студенттары Раил менән Әлфиәгә һәм, әлбиттә, республикабыҙ Хөкүмәтенә ошондай сағыу сәйәхәт өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Сәйфулла ӘЛМӨХӘМӘТОВ,
мәғариф ветераны.
Ишембай ҡалаһы.


Вернуться назад