“2012 йылға Күмертау ҡалаһында социаль туризмды үҫтереү” маҡсатлы программаһы буйынса эш уңышлы башланды. Уға ярашлы, 230 пенсионер һәм инвалид Башҡортостандың теләһә ҡайһы төбәгенә арзан хаҡҡа бер көнлөк сәйәхәт ҡыласаҡ.
Юллама хаҡының 70 процентын — ҡала бюджеты, ҡалғанын турист үҙе түләй. Социаль проектҡа бағыусыларҙы йәлеп итеү ҙә күҙ уңында тотола. Ул саҡта аҙ тәьмин ителгән пенсионерҙар ҙа Башҡортостандың иҫтәлекле урындарын барып күрәсәк.
38 пенсионер һәм инвалидтан торған тәүге төркөм Өфөлә йөрөп ҡайтырға ла өлгөрҙө. Туристар лимонарийҙа, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Милли музейҙа булды, Өфө урамдары буйлап сәйәхәт ҡылды, Дуҫлыҡ монументы менән Салауат Юлаев һәйкәле янында иҫтәлеккә фотоға төштө. Рус дәүләт академия драма театрында Жан-Батист Мольерҙың “Һаран” комедияһы ла күмертауҙар күңеленә хуш килде.
Физик мөмкинлектәре сикләнгән, ҡартайҙым инде, тип өйҙән сыҡмай ултырған кешеләргә проект тыуған яҡтың матурлығына һоҡланыу, тарихи ҡомартҡыларҙы күреү, театр һәм музейҙар менән танышыу мөмкинлеген бирә, уларҙың тормошона сағыу биҙәктәр өҫтәй.
Рима ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА.
Күмертау ҡалаһы.