"Салауат Юлаев" һуңғы уйындарҙа еңеү менән ҡыуандырҙы. Көнсығыш конференцияһының ай башындағы лидерҙарының береһе (былтыр быға берәйһе ышаныр инеме икән?) "Себер"ҙе "ҡоро" иҫәпкә ҡыйратыу, НХЛ-дан Александр Семин (беҙҙең элекке уйынсыбыҙ Петр Счастливый ҙа хәҙер уларҙа) менән көсәйгән "Торпедо"ны еңеү уйынсыларыбыҙға ышаныс өҫтәне кеүек.
Эйе, сентябрь-октябрь айҙары Өфө командаһына еңел бирелмәне – уңыштарҙы бер-бер артлы еңелеүҙәр алмаштырҙы. Клуб етәкселегенә хатта киҫкен аҙымға барырға тура килде – "ЦСКА" командаһының уйынсыһы Денис Паршинға үҙебеҙҙең Игорь Григоренконы алмаштыҡ. Бынан ике яҡ та отто буғай: уйынсылар яңы командаларҙа яҡшыраҡ һөҙөмтә күрһәтә башланы. Хатта "ЦСКА" өсөн "тир түккән" Игорь Григоренко һәм Александр Радулов үҙҙәренең былтырғы командаһы менән осрашыуҙа беҙҙең ҡапҡала "ҡыҙыл ут" тоҡандырыуҙан да тартынманы.
Күптән түгел Магнитогорскиҙың "Металлург"ында урынын юғалтҡан Алексей Кайгородов та хәҙер беҙҙә уйнаясаҡ. Көйәрмәндәр ҡеүәтле һөжүмсе тип белгән был егет Евгений Малкин менән көсәйгән командала һуңғы мәлдә күберәк алмашта ултырҙы. Беҙҙә иһә Кайгородов ҡабаттан үҙ хәленә ҡайтыр һәм яңынан-яңы голдар менән ҡыуандырыр тип өмөтләнәйек.
Эйе, һуңғы еңеүҙәр көйәрмәндәрҙең ышанысын бер аҙ нығытты, әммә тынысланырға һаман да иртәрәк: ҡасандыр бөтәһен дә дер һелкетеп тотҡан команданың бөгөн боҙҙа шәүләһе генә ҡалған тиерһең. Мәҫәлән, "Торпедо" менән беренсе осорҙа ысынлап та Гагарин кубогына дәғүә иткән төп команда һымаҡ уйнаһаҡ (бер-бер артлы өс шайба индерҙек), уйын аҙағында еңеүҙе саҡ-саҡ һаҡлап ҡала алдыҡ. Әйткәндәй, Петр Счастливый ҙа беҙгә гол индереүҙе үҙенең бурысы тип һананы буғай, Роберт Нильсон да үҙ иҫәбенә сираттағы мәрәйҙе өҫтәне. Шуға ла Сергей Ғимаев кеүек белгестәр бөгөн бынан бер йыл элек кенә чемпион исемен яулаған "Салауат Юлаев"ты "уртаҡул команда" тип атауҙан тартынмай. Быға нигеҙ ҙә бар кеүек: 22 осрашыуҙан һуң беҙ ни бары 33 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһында һигеҙенсе урында киләбеҙ. Хатта Новокузнецкиҙың "Металлург"ы, "Себер", "Нефтихимик" кеүек командалар хәҙер турнир таблицаһында беҙҙән юғарыраҡ урынлашҡан. Ләкин әлегә беҙҙең араны ни бары бер-ике мәрәй айыра, шуға "саң ҡағырға" иртәрәк тә кеүек.
Р. ЗӘЙНУЛЛИН.