Ҡытайҙарҙы ла еңдек31.10.2012
Ҡытайҙың Лишуй ҡалаһындағы шашка буйынса халыҡ-ара турнирҙан яҡташтарыбыҙ ҙур еңеү менән ҡайтты.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионы Айгөл Иҙрисова йәнә иң көслөһө булып танылды. Ирҙәр турнирында Өфөнән Рим Ишмәтов менән Александр Мельников өсөнсө һәм дүртенсе урындарҙы бүлеште.