Билебеҙ ныҡ31.10.2012
Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала Билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионаты үтте. Ярышта Рәсәй йыйылма командаһының 19 спортсыһы, шул иҫәптән Башҡортостандан ике егет ҡатнашты.
75 килограмға тиклемге ауырлыҡ буйынса финалда яҡташыбыҙ Альберт Рәхмәтуллин, ҡырғыҙ спортсыһын еңеп, донъя чемпионы булды. Ә Рөстәм Арыҫланов, Үзбәкстандан килгән дәғүәсеһен һелтәп, иң юғары награда менән бүләкләнде.
“2013 йылда Ҡазанда Бөтә донъя универсиадаһы үтәсәк. Хәҙер шул ярышта ла һынатмаҫ өсөн әҙерләнә башлайым”, — ти билбаулы көрәш буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Альберт Рәхмәтуллин.