Бирешмә, Тимур!27.10.2012
Бирешмә, Тимур!Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҙур спортта еңеү яулауға ҙур өмөт бағлаған Тимур Имашев Әлшәй районы, шулай уҡ республика тарихы йылъяҙмаһында сағыу эҙ ҡалдырасаҡ.

Анапа ҡалаһында үткән World Cup Diamond кикбоксинг буйынса донъя кубогында сығыш яһап, ул республика йыйылма командаһы составында 54 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында еңеү яуланы. Абруйлы бәйгелә донъяның 23 иленән 1 мең кикбоксер ҡатнашты. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ бындай турнирҙа икенсегә сығыш яһай. 2010 йылда үткән тәүге ярышта Тимур өсөнсө булғайны. Быйылғыһы уға еңеү, чемпион исемен, кубок һәм алтын миҙал килтерҙе.
Бокс менән кикбоксинг — Тимур Имашев өсөн яратҡан спорт төрҙәре. Төрлө кимәлдәге Рәсәй, республика ярыштарында ул байтаҡ награда яулап өлгөргән. 2011 йылдың йәйендә йәш спортсы аяғын имгәтә. Табиптар рингка сығыуҙы ҡәтғи тыя. Дүрт ай буйы егет сәләмәтлеген нығыта, һауығыуға өмөтөн юғалтмай. Ихтыяр көсө, ата-әсәһе Рушан Абрек улы менән Эльмира Нәркиф ҡыҙының ярҙамында Тимур йәнә Раевка ауылындағы Спорт һарайына күнекмәләргә йөрөй башлай.
— Спорт һәм уҡыу — минең өсөн бөгөн иң мөһиме. Раевка ауылындағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыларына, тренерҙарыма рәхмәтлемен. Улар ярҙам итмәһә, ошондай бейеклектәргә күтәрелә алмаҫ инем, — ти Тимур.
Спортта ла, уҡыуҙа ла беренсе булыу теләге, алға ынтылыш — Имашевтар ғаиләһенең төп девизы. Атаһы Рушан Абрек улы бокс буйынса район һәм республика ярыштарында күп тапҡыр еңеү яулаған. Йәш спортсының бабайы Фәрхәт Рифҡәт улы Имашев — кикбоксинг буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, БДБ, Европа һәм донъя чемпионы. Әле ул Башҡортостандың Кикбоксинг федерацияһы вице-президенты. Тимур үҙенең уҡытыусылары — тренерҙар Константин Горячевты, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Радик Заһитовты, ағалы-ҡустылы Рөстәм менән Руслан Шәриповтарҙы ғорурлыҡ менән телгә ала. Тап уларҙың ныҡышмаллығы, оҫталығы Тимур Имашевҡа рингта еңеү яуларға ярҙам итә.
Алда — яңы ярыштар. Ҡыйынлыҡтар көслөләр алдында ғына баш эйә. Тимурҙың ихтыяр көсө, маҡсатҡа ынтылышы спортта ла, уҡыуҙа ла уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек бирә.
Дмитрий МАКИША.
Әлшәй районы.


Вернуться назад