Мотоспорт һөйөүселәр араһында уны белмәгән кеше бармы икән? Хатта сит ил боҙҙарында ла был егетте күреү менән дәғүәселәре һағая төшә.
Кем, тиһегеҙме? Әлбиттә, исеме легендаға әүерелгән Николай Красников ул. Республикабыҙ байрамын боҙ батыры һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы булараҡ ҡаршылай.
Мотоспорт буйынса 47-се донъя чемпионаты Швецияның Упсала ҡалаһында үтте. Ярыш, әлбиттә, көсөргәнешле барҙы. Ни тиһәң дә, донъяның иң көслө, иң таһыллы егеттәре йыйылған бит. Әлбиттә, мотоуҙыш иң хәүефле спорт төрҙәренән һанала. Көҙгөләй ялтыр боҙҙа нимә булырын алдан күҙаллау мөмкин дә түгел. Был юлы ла мах бирмәне Башҡортостан егете – чемпионаттың һуңғы этабында төп дәғүәсеһе Данил Ивановты уҙып, һигеҙенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы.
Бөтәбеҙҙә лә ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан еңеүҙән һуң Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та Николай Красников менән осрашты.
— Спорттағы уңыштарың менән ихлас ҡотлайым, рәхмәт! – тине республика башлығы егеткә. – Еңеүҙәрең менән беҙҙе тағы ла оҙағыраҡ ҡыуандырып тор!
Николай быйыл Ғ. Ҡадиров исемендәге Өфө техник спорт төрҙәре үҙәгенең баш тренеры итеп тәғәйенләнде. Тәүге уңыштары ла бар: уҡыусыһы Дмитрий Колтаков донъя чемпионатында дүртенсе урынға сыҡты.
Артабан да уңыштар һиңә, боҙ батыры!
В. АЙҘАРОВ.