Ныҡ сыныҡҡан “Сыңғыҙхан”11.10.2012
Ныҡ сыныҡҡан “Сыңғыҙхан”Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән башҡорт батыры Денис Шафиҡовтың Өфөләге сығышы халҡыбыҙ өсөн көтөп алған байрамға әүерелде.

Майҙанға “Сыңғыҙхан” ҡушаматлы Денис менән Куба итальяны Брунет Замора сығасағы иғлан ителде. Ҡамсат бүректә, еләндә ғорур атлап килгән егетте күргәс, залдағылар, гүйә, урынынан ҡупты. Ҡул сабалар, һыҙғыралар. Бындай тулҡынланыуҙан йөрәк дөп-дөп тибә: донъяны шаулатҡан башҡорт батыры ата-бабалары ерендә, беҙҙең алда тора!
Тәүге раундта егеттәр бер-береһен “ҡапшап” ҡараны. Әлбиттә, был боксерҙарҙың тәүге алышы түгел ине – улар 2010 йылда осрашҡайны. Ярышты ҡарап барған көйәрмәндәр, сит ил, Рәсәй белгестәре, Денисты дәғүәсеһенән күпкә көслөрәк тиһә лә, судьялар иҫәпте тигеҙләй ҙә ҡуя. Шулай итеп, WBA Интерконтиненталь чемпионы титулы Заморала ҡала. Бөгөн улар икеһе лә Европаның уртаса ауырлыҡтағы иң яҡшы профессиональ боксеры һанала.
Егеттәр араһындағы алышты халыҡ күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтте.
— Ҡайһылай еңел йөрөй, кәүҙәһе уйнап тора! – Тамашасыларҙың иғтибары айырыуса Дениста.
— Берҙе һал! – тип һөрәнләй кемдер.
— Нокдаунға ебәр! – Икенселәре иһә батырҙы дәртләндерергә тырыша, өсөнсөләре республика байрағын болғай.
Икенсе раундта Денис, төп дәғүәсеһенә елле генә эләктереп, үҙенең иҫәбен ярайһы ғына яҡшыртты. Замора ла сос. Шафиҡовтың тос йоҙроғонан янтайып ҡотолоп ҡала. Әммә аҙаҡҡы минутта икеһенең дә арығанлығы һиҙелә башланы. Шулай ҙа дөмбәҫләшеүҙең ахырына тиклем ныҡ торҙолар.
Кем еңер? Барыһы түҙемһеҙләнеп ярыштың һөҙөмтәһен көтә. Бына судьяның ҡарары яңғыраны. Европа чемпионы билбауы – Денис Шафиҡовта! Шуны ғына көткән зал йәнә зыҡ ҡупты!
— Ҡотлайбыҙ, башҡорт егете!
— Афарин, “Сыңғыҙхан”!
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад