Еңеүгә ынтылыш көслө03.10.2012
Еңеүгә ынтылыш көслө"Салауат"тың Риганың "Динамо"һын еңеүе, ысынлап та, ҡыуандырҙы. Сөнки быға тиклем рәттән өс тапҡыр еңелгәйнек. Дөйөм иҫәптең 15:6 булыуы ла күпкә ишара.
Бөтәһе лә "Трактор"ҙан "ҡыйралыу"ҙан башланды. Һуңынан Илья Ковальчук, Владимир Тарасенко кеүек НХЛ "йондоҙ"ҙары менән тулыланған "СКА" командаһы ла 7:2 иҫәбе менән ҡыйратып эсте бошорҙо. Ярай, лиганың чемпионы Мәскәүҙең "Динамо"һына лайыҡлы ҡаршы тора алдыҡ (әйткәндәй, хәҙер был команда өсөн билдәле Александр Овечкин сығыш яһай) һәм бер мәрәй менән булһа ла мөрхәтһендек. Был көндө юлаевсыларҙың ныҡышмалылығына күптәр һоҡланғандыр. Әммә был осрашыуҙа ла "Салауат"тың кәмселектәре асыҡ күҙгә ташланды.
Әлбиттә, уйынсыларыбыҙҙың еңеүгә ынтылышына һүҙ тейҙерерлек түгел. Үкенескә күрә, шайба ниңәлер ҡапҡаға бармай ҙа ҡуя. Шулай уҡ һаҡсыларҙың иң яуаплы мәлдә ышанысһыҙ уйнауы бәкәлгә һуға. Уйынсыларыбыҙ йыш ҡына тап осрашыу аҙағында ҡапҡаһына шайба үткәрә. Риганың "Динамо"һы менән дә шулай булды: еңеп барғанда ғына иҫәпте тигеҙләттек һәм шуның менән хужаларға бер мәрәй бүләк иттек.
Эйе, юлаевсыларҙың күпләп йәрәхәтләнеүе лә эҙемтәһеҙ ҡалмай: һуңғы осрашыуҙарҙа Сергей Зиновьев, Томаш Ролинек кеүек уйынсыларыбыҙ боҙға сыҡманы. Александр Свитов та хәүефле уйнағаны өсөн биш уйынға дисквалификацияланды. Был мәлдә һынау тап йәштәрҙең иңенә төштө. Улар иһә һынатмаҫҡа тырышты. Мәҫәлән, һуңғы уйында Александр Панков ике шайба сәпәһә, Игорь Мирнов менән Никита Филатов осрашыу һайын тиерлек мәрәй йыя.
Был еңеүҙең яҡшы башланғыс булырына бик ышанғы килә. 12 уйында биш еңеү ҡаҙаныш түгел, әлбиттә. Әммә иң ауыр саҡта ла үҙ командаңа ышаныу, уның "баҡса"һына ҡайһы берәүҙәр кеүек таш атмау ғына ысын көйәрмәнгә хас сифат.
Р. ЗӘЙНУЛЛИН.


Вернуться назад