Олоһо ла, кесеһе лә — бер сафта28.09.2012
Олоһо ла, кесеһе лә — бер сафтаСибайҙа биш меңдән ашыу кеше, “Милләттәр кросы”нда ҡатнашып, күптәргә өлгө күрһәтте. Сәләмәт тормошто пропагандалаған, спортҡа һөйөү тәрбиәләгән был сара, ҡалала бер нисә йыл рәттән үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, быйыл айырыуса сағыуыраҡ тойолдо.

Көндөң салт аяҙ булыуы, ҡатнашыусыларҙың күплеге бәйгеселәргә сәм, дәрт өҫтәмәй ҡалмағандыр.
Сабыйҙарын етәкләп йүгергән йәш ғаиләләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Бәләкәйҙән балаларында спортҡа һөйөү тәрбиәләгән Әлфирә менән Йәмил Үтәбаевтар Олоһо ла, кесеһе лә — бер сафтаулдары Хәлилде лә алып килгән. Икенсе урынды яулаған ғаиләнең кәйефе көр. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы водителе Юлай Теүәлбаев ҡатыны Зинаида, улы Дмитрий менән чемпион исеменә лайыҡ булды.
Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында беренсе булып финишҡа Айгөл Шәрипова килде. 500 метрға старт алған ветерандар араһынан Ольга Миронова менән Геннадий Таракиндарға тиңләшеүсе табылманы. Шулай уҡ предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм студенттар араһында ла иң шәп йүгереүселәр иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Был көндә барлыҡ йүгереүселәр үҙ мөмкинлектәрен генә түгел, йәш һәм оло быуындың спорттағы берҙәмлеген, сәләмәт тормош яҡлыларҙың күплеген асыҡ сағылдырҙы. Ғөмүмән, спортта йәш айырмаһы тигән сик юҡ, унда бары еңеү, сәм һәм көс талап ителә. Быны сибайҙар үҙҙәре лә тойҙо.
К. ИШБУЛДИНА.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад