Өфөлә йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатының тәүге ярыш көнө тамамланды. Һөҙөмтәләр шатланырлыҡ. Ҡатнаш эстафетала йәштәр командаһы ла, өлкәндәр ҙә алтын миҙалға лайыҡ булды.
Һүҙ ҙә юҡ, Рәсәй биатлоны үҙенә лайыҡлы алмаш үҫтерә. Был хаҡта беренсе ярыш һөҙөмтәләренән сығып ҡына ла әйтергә була. Ҡатнаш эстафетала ике ҡыҙ һәм ике егет йүгерҙе, илебеҙҙең өс йыйылма командаһы ҡатнашты. Бәйгенең аҙағына тиклем Рәсәйҙең ике командаһы беренселек өсөн ярышты. Һуңғы этапта икенсе йыйылма команда төп команданы уҙып китһә лә, уларҙың һөҙөмтәһе миҙал иҫәбендә һыналманы. Алтын миҙалға икенсе булып килгән Өфө егете Антон Бабиков (ул дүртенсе булып эстафетаны ҡабул иткәйне), Ольга Подчуфарова, Ольга Калина һәм Алексей Корневтарҙан торған команда лайыҡ булды. Көмөш миҙал — Украина, бронза Чехия командаһына эләкте.
Йәштәрҙең уңышын Рәсәйҙең өлкәндәр йыйылма командаһы ҡабатланы. Был бәйгелә Рәсәйҙән дүрт команда ҡатнашты. Беренсе булып Светлана Слепцова, Ольга Зайцева, Алексей Волков һәм Антон Шипулиндарҙан торған команда килде. Уларҙың һөҙөмтәһе — 1 сәғәт, 13 минут, 28,5 секунд. Эстафетаны беренсе башлаған Светлана Слепцова, бик яҡшы формала булмағанлыҡтан, “яҡшы” ғына артта ҡалһа ла, Ольга Зайцева бөтә көсөн һәм таһыллығын һалыу сәбәпле командаһын алдынғылыҡҡа сығарҙы. Шуға күрә дүртенсе булып эстафетаны ҡабул иткән Антон Шипулин башҡаларҙан 1 минут 13 секундҡа алдараҡ китә. Рәсәйҙең икенсе командаһы составында билдәле яҡташтарыбыҙ Максим Чудов менән Ольга Вилухина, Марина Коровина, Андрей Маковеев булды. Тик улар, нисек кенә тырышмаһын, беренселеккә сыға алманы, чемпиондарҙан тап шул 1 минут һәм 13 секундҡа артта ҡалдылар. Шулай уҡ миҙал иҫәбенә уларҙың һөҙөмтәһе инмәне. Өлкәндәр араһында ла икенсе урынды Украина һәм өсөнсөнө чехтар яуланы.
Бөгөн йәштәр һәм өлкәндәр командалары спринтта көс һынашасаҡ.
Ә. ӘЙҮПОВА.