Етеҙлек һәм тиҙлек, көс һәм таһыллыҡ талап иткән биатлонды өфөләргә үҙ күҙҙәре менән ҡарау мөмкинлеге тейҙе — баш ҡалабыҙҙа йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты башланды.
“Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексы ярыштарҙы үткәреү, спортсыларҙы ҡаршылауға тулыһынса әҙер ине. Быға донъя чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашыусылар шаһит булды. Унда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Тантана сағыу сығыштар менән башланды. Сит ил ҡунаҡтарын Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары дәртле сығыштары менән сәләмләне, ҡурай моңо ағылды. Төрлө милләттәрҙең кейемдәрен кейгән бәләкәй ҡыҙҙар менән малайҙар пазлдарҙан уйындарҙың логотибын төҙөнө. Күккә аҡ күгәрсендәр осоролдо, Халыҡ-ара биатлонсылар союзының флагы күтәрелде.
— Беҙ, ойоштороусылар булараҡ, барлыҡ шарттарҙы ла тыуҙырырға тырыштыҡ. Биатлон комплексын яңырттыҡ, көслө спортсылар әҙерләнек һәм, күреүегеҙсә, ҡояшлы һауа шарттарына заказ бирҙек, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
Был чемпионат Өфөлә уҙасаҡ ҙур спорт ярыштарына башланғыс бирә. Билдәле булыуынса, декабрҙә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты, ә февралдә Балаларҙың ҡышҡы уйындары (балалар өсөн Олимпиада) үтәсәк.
— Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй биатлонсылары союзы ярыш юғары кимәлдә үтһен өсөн барыһын да эшләне. Спорт, ысынлап та, илдең милли сәйәсәтенә әйләнеп бара. Ошоноң кеүек стадиондар һәм ярыштар күберәк булһын ине. Ул саҡта беҙҙең балаларға спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош алып барыу өсөн шарттар артасаҡ, — тине Михаил Бабич.
Бәйгелә 16 илдең командаһы ҡатнаша. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ флагы менән трибуналар янынан уҙҙы. Әлбиттә, иң ҙур команда — Рәсәйҙеке. Чемпионат программаһында — ҡатнаш эстафета, спринт, персьют.
Кисә ҡатнаш эстафета буйынса тәүге ярыштар булды. Һәм шунда уҡ яҡшы яңылыҡ — Рәсәй йәштәренең йыйылма командаһы беренсе урынды яуланы! Биатлонды теләгән һәр кем тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарай ала.
Әлфиә ӘЙҮПОВА