Лондонды ла күрҙек беҙ...20.09.2012
Бындай бәхет тәтегәненә ҡыҙҙар әле булһа ышанып бөтмәй. Лондондың киң урамдары буйлап йөрөрмөн тигән уй ете ятып бер төштәренә кермәгән. Донъяның билдәле спортсылары менән яҡындан аралашыу теләге лә бары хыялда ғына булған. Сит илдә алған тәьҫораттарҙан күңелдән шатлыҡ урғыла ғына.

Билдәле булыуынса, яңыраҡ Лондонда Олимпия, ә унан һуң Паралимпия уйындары уҙғарылғайны. Уны ойоштороуҙа ярҙам итеү өсөн Рәсәйҙән Бөйөк Британияға 104 волонтер ебәрелгән. Улар араһында Башҡортостандан да алты кеше бар.
Башҡорт дәүләт медицина университетындағы Волонтерлыҡ үҙәге бер нисә йыл рәттән уңышлы эшләп килә. Һәләтле студенттар үҙ теләге менән төрлө саралар ойоштора, ололарға һәм ярҙамға мохтаждарға хәленән килгәнсә булышлыҡ итә. Волонтерлыҡтың төп үҙенсәлеге шунда: кеше күңел ҡушыуы буйынса, бының өсөн түләү һорамайынса, ярҙам ҡулын һуҙа.
Медицина университетының өс студентына Лондондағы мөһим ваҡиғаларҙа волонтер булараҡ ҡатнашыу бәхете тейгән. Юлия Фомина менән Татьяна Бойко — Олимпия уйындарында, Алина Трусова Паралимпиадала шәфҡәтлелек күрһәткән.
Өфөгә ҡайтҡас та, волонтерҙар матбуғат конференцияһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
— Ундағы халыҡтың патриот булыуына хайран ҡалдым, — ти тәржемәсе вазифаһын үтәгән Алина Трусова. — Был сараға шул тиклем етди әҙерләнгәндәр. Урамда китеп барғанда ҡайҙа ҡарама — спортсыларҙың фотоһы эленеп тора. Гәзит-журналдарҙа ла уйындарҙың һәр ярышы даими яҡтыртыла. Иртәнсәк метрола барғанда бөтәһе лә гәзит уҡып, үҙ-ара фекер алыша, спортсыларының еңеүе өсөн шатлана. Нисек кенә тимәһендәр, беҙҙә спортҡа иғтибар етеңкерәмәй. Сочиҙа үтәсәк Олимпия уйындарына тиклем был хәл үҙгәрһә ине.
Паралимпия уйындарының физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ойошторолоуы һәр кемгә мәғлүм. Үҙ ярҙамын күрһәткән Зимфира Ясавеева ла Лондонда кисергәндәрен тулҡынланып иҫкә ала:
— Беҙҙә инвалидтарға иғтибар етешмәй. Бөйөк Британияла уларға бер ҡайҙа ла сикләү юҡ, һәр урында уңайлы шарттар булдырылған. Паралимпия уйындарында дуҫлыҡ көсө өҫтөнлөк итә. Бер спортсы ҡатын тимер коляскаһында саҡ ҡына финишҡа етә алмай ҡоланы. Быны күреп, башҡалар ҙа уның уңышһыҙлығы өсөн иларға тотондо...
Лондондан ҡайтҡан ҡыҙҙар белдереүенсә, Рәсәйҙә волонтерлыҡ эшен йәнләндерергә кәрәк. Был инде йәштәргә лә, мөһим саралар ойоштороусылар өсөн дә отошло буласаҡ.
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад