Тренер юҡҡа ғына маҡтаманы15.09.2012
Тренер юҡҡа ғына маҡтаманыОмскиҙа "Салауат Юлаев" былтырғы чемпионаттың көмөш миҙалын яулаған "Авангард" менән көс һынашты. Осрашыуҙан һуң баш тренер Венер Сафин: "Уйынсыларыма рәхмәт һүҙҙәре генә еткерә алам: һуңғы секундҡа тиклем көрәшкәндәре, тырышҡандары өсөн", – тип белдерҙе. Әммә юлаевсыларҙың еңелгәнен иҫәпкә алғанда, был һүҙҙәр сәйер тойола...
Ҡеүәтле командалар осрашҡанда тәүҙә бер-береһен һынап ҡараусан. Был юлы ла шулай булды: ике яҡ та тәүҙә күберәк һаҡланды. Мәҫәлән, беренсе осорҙа юлаевсылар "Авангард" ҡапҡасыһына ни бары ике тапҡыр ғына һөжүм итте.
Ә бына артабан хәл үҙгәрҙе: Омск командаһы үҙҙәренең көйәрмәндәре талап иткән шайбаны ҡыуып, алға ынтылды. Беҙҙең һаҡсыларҙың, бигерәк тә ҡапҡасы Ииро Тарккиның ышаныслы уйнауы уларға бәхет килтермәне. Өсөнсө осорҙа иһә боҙҙа "Салауат" өҫтөнлөк итә ине. Юлаевсыларҙың ышаныслы уйыны хужаларҙы ла албырғатты, буғай. Һөҙөмтәлә Юрий Трубачев Карри Рамоның ҡапҡаһында "ҡыҙыл ут" тоҡандырыуға өлгәште.
Артабан Омск командаһы һөжүмгә ташланды. Шулай ҙа Ииро Тарккиның ышаныслы уйыны беҙҙекеләрҙе ҡотҡарып килде. Был осрашыуҙа ул, ысынлап та, үҙенең төп составта уйнауға хоҡуғы барлығын раҫланы. Әммә юлаевсыларға саҡ ҡына түҙемлек етмәне: уйын тамамланыуға бер нисә минут ҡалғанда тегеләр ҡара тырышлыҡ менән иҫәпте тигеҙләне. Овертаймда ла командалар еңеүсене асыҡлай алманы. Ә буллит, Венер Сафин әйтмешләй, лотерея уйыны. Был юлы "Авангард"ҡа уңыш йылмайҙы. Өфөләр ҙә үҙ иҫәбенә бер мәрәй өҫтәне.
Осрашыу ике команданың да көслө һәм көсһөҙ яҡтарын асыҡланы. Шулай уҡ уйынсыларыбыҙҙың еңеүгә ынтылышы, үҙҙәрен аямай көрәшеүе лә күптәрҙә ихтирам тыуҙырҙы. Шуға ла баш тренерҙың маҡтау һүҙҙәренә ғәжәпләнергә кәрәкмәйҙер.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад