Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә туристарға барлыҡ ҡапҡалар ҙа асыҡ? Йәйге ялын тыуған ерендә үткәрергә теләүселәргә ҡайҙа юлланырға? Иң матур урын тип ҡайһы төбәкте атарға? Ялың онотолмаҫлыҡ, шул уҡ ваҡытта уңайлы шарттарҙа үтһен өсөн ни эшләргә? Был һорауҙарға яуапты ошо көндәрҙә Йошкар-Ола ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округының “Волга буйын ас” тип аталған туристик мөмкинлек менән таныштырыу фестивалендә алырға була ине.
Сарала туризм өлкәһен һайлаған эшҡыуарҙар, туроператорҙар, ҡунаҡхана, шифахана вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһына республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев етәкселек итте.
Жюри ағзалары бер тауыштан, Башҡортостан — туризм өлкәһе үҫешкән иң алдынғы төбәктәрҙең береһе, тигән уртаҡ фекергә килгән. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы быйыл йәй Әбйәлил районында асылған “Динозаврҙар паркы” проекты айырыуса ҡыҙыҡһындырған.
Фестивалдә Рәсәйҙең 12 төбәге командаһы ҡатнашҡан. 22 номинацияла конкурстар ойошторолған, шуларҙың 14-ендә Башҡортостандар 19 призлы урынды яулауға өлгәшкән. Быларҙың барыһы ла — төплө эш һөҙөмтәһе.
Унда ҡатнашыусылар төрлө темаға арналған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә фекер алышҡан. Бынан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән вәкилдәр менән килешеү төҙөүгә лә өлгәшелгән.
Руслан Кинйәкәев:
– Ульяновск өлкәһе миҫалында туристарҙы “Тарих” стилендәге кинофильмдар төшөрөү менән ҡыҙыҡһындырмаҡсыбыҙ. Был өлкәлә тупланған бай тәжрибәне беҙгә лә ҡулланырға кәрәк. Һамар өлкәһендә “Ҙур тәнәфес” тип аталған маршрут бар икән. Бында мәктәп уҡыусыларын тарихи урындарға, тәбиғәт ҡомартҡыларына экскурсияларға йөрөтөү һәйбәт ойошторолған. “Федераль пассажирҙар компанияһы” йәмғиәте менән ике көнлөк экскурсиялар маршруты ойошторорға һөйләштек. Йома – йәкшәмбе көндәрендә поезда йә электричкала экскурсияға барыу форсатынан күптәр файҙаланыр, тигән фекерҙәмен. Дөйөм алғанда, фестивалдәге еңеү беҙҙең файҙаланылмаған мөмкинлектәребеҙҙең күп икәнлеген, әле башҡарылмаған эштең байтаҡ булыуын тағы ла бер дәлилләне.
Л. НУРЕТДИНОВА.