“Салауат”, ниһайәт, еңде12.09.2012
“Салауат”, ниһайәт, еңдеКонтиненталь хоккей лигаһының сираттағы миҙгеле юлаевсылар өсөн уңышһыҙ башланды. Ярай, ситтә уйнаһалар, тәүге өс осрашыу үҙебеҙҙә – “Өфө-Арена”ла үтте бит. Боҙҙа беҙгә ҡаршы сығыусылар ҙа лиганың ҡеүәтле командаларынан һаналмай. Шуға ла рәттән ике еңелеүҙе көйәрмәндәр өнәп етмәне...
Эйе, тәүге осрашыуҙа беҙгә ҡаршы боҙҙа шайба йүгертеүҙән бигерәк, сәкәләшергә яратҡан “Витязь” сыҡҡайны. Күрәһең, команданың яңы тренеры Юрий Леонов уларҙы хоккей серҙәренә төшөндөрөп өлгөргән, “Салауат Юлаев” уйын дауамында күберәк һаҡланырға мәжбүр булды. Тәүге шайбаны ла “Витязь” индерҙе. Бары өсөнсө осорҙа ғына беҙҙекеләр “йәшел машина”ны хәтерләтә ине. Шулай ҙа буллит индереүҙә Чехов командаһы өфөләрҙән көслөрәк булып сыҡты.
Икенсе уйынды юлаевсылар “Северсталь” командаһына ҡаршы үткәрҙе. Баш тренер Венер Сафин еңелеүҙән һуң етди һығымталарға килгәйне, буғай. Мәҫәлән, йәш уйынсы Никита Филатов уйынға бөтөнләй сыҡманы. Әммә был юлы ла, тәүге ике осорҙа яуапһыҙ өс шайба үткәргәс кенә, юлаевсылар “эшкә” тотондо. Ҡаратырышлыҡ менән бер шайба индерҙеләр ҙә, тик еңеү генә килмәне.
Рәттән өс еңелеүҙе көйәрмәндәр һис тә ҡабул итмәҫ ине. Уңышһыҙ уйындарҙан һуң “Өфө-Арена”ла буш урындар барлыҡҡа килде, был да уйланырға сәбәп булды. Бәлки, шуғалыр өсөнсө уйын тәүге икәүһенән ер менән күк кеүек айырылды тиһәк, һис хата булмаҫ. Юлаевсылар алдағы уйында ҡеүәтле “Аҡ барыҫ”ты теҙ сүктергән Минскиҙың “Динамо”һын ҡабул итте. Ике яҡ та тәүге минуттан уҡ һөжүмгә ташланды, әммә иҫәп беренсе осор аҙағында тигеҙ ҡалды.
Ә бына икенсе осор боҙҙа кем хужа икәнлеген асыҡ аңғартты: “запас”та ултырып көс йыйған Никита Филатов ҡына ла “ҡунаҡтар”ға ике шайба сәпәне. Ғөмүмән, ун минут эсендә генә өфөләр Минск командаһына биш шайба ырғытты. Тегеләр, тырыша торғас, ике тапҡыр яуап ҡайтара алды-алыуын. Шулай ҙа “Салауат” яңы миҙгелдә беренсе еңеүен ысҡындырманы: осрашыу аҙағында иҫәп 6:3 ине.
Киләһе уйында “Салауат Юлаев” былтырғы чемпионаттың көмөш миҙалын яулаған Омскиҙың “Авангард”ы менән көс һынашасаҡ.
Р. ЗӘЙНИЕВ.


Вернуться назад