Скейт-парк асылыуы баш ҡала йәштәре өсөн көтөп алынған бүләк булды. Уларҙы ҡотларға Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та килде.
Салауат Юлаев һәйкәле майҙаны – ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны. Бында студенттар ҙа, ҡала йәштәре лә йыш килә. Ошоно күҙ уңында тотоп, скейт-парк та унан йыраҡ түгел урында – Конгресс-холдың вертолет майҙанында урынлашты.
Яңылыҡты ишетеп, скейт-парк асыу тантанаһына байтаҡ халыҡ йыйылып китте. Күпселек, әлбиттә, экстремаль спорт менән дуҫ йәштәр ине. Араларында мәктәпкә яңы барған бала-саға ла, өлкәндәр ҙә осраштырҙы. Үҙҙәренең һәләтен күрһәтеүселәр ҙә табылды – уларҙың оҫталығынан күптәргә "аһ" итергә генә ҡалды. Скейт таҡтаһында, роликлы конькиҙа, велосипедта ерҙә лә, һауала ла улар "осто" ғына. Бындай тамаша ҡылғандан һуң спорт менән дуҫлығын нығытырға теләүселәр, һис шикһеҙ, артҡандыр.
Йәштәр өсөн дә хәҙер хәүефләнергә урын юҡ, улар шикле урындарҙа йөрөмәйәсәк, ә ошо скейт-паркта оҫталығын камиллаштырасаҡ.
Әйткәндәй, скейт-парк Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды ярҙамы менән барлыҡҡа килгән. Төҙөлөшкә яҡынса 120 мең һум аҡса тотонолған.
З. РӘШИТОВ.