Cит илдәргә барһаң...08.09.2012
Cит илдәргә барһаң...Быйыл йәй Грецияла ял итеү форсаты тейҙе. Утрауҙары менән дан тота был дәүләт. Беҙ цивилизация бишеге тип иҫәпләнгән Крит утрауында булдыҡ. Легенда буйынса, бында Зевс, атаһынан йәшенеп, мәмерйәлә йәшәгән, имеш. Афродита ла ошо утрау янындағы диңгеҙҙең күбегенән сыҡҡан, тиҙәр. Тик илдең тарихы, экскурсиялар, күргән тарихи ҡомартҡылар тураһында тәфсирләп бәйән итеп ултырмайым, маҡсатым да ул түгел. Был хаҡта былай ҙа йыш яҙыла, Интернетта ла мәғлүмәт тулып ята. Ни бары ябай турист булараҡ тәьҫораттарым менән уртаҡлашмаҡсымын.
Грецияла — көрсөк, тиҙәр...
Бер йыл Төркиәгә барып ял иткәйнем. Дөйөм алғанда, оҡшаны, тәү тапҡыр диңгеҙ күргән, сит илгә сыҡҡан кешегә уның оҡшамауы мөмкин дә түгелдер. Быйыл иһә йәйге ял еткәс, тағы ла сит илгә барырға ниәт иттем. Әхирәтем: “Арзан бит, әйҙә тағы Төркиәгә, тик икенсе ҡалаға барайыҡ”, — тип тәҡдим итһә лә, теләк юҡ ине. Бер күргән илгә икенсе ҡат барыуҙан артыҡ фәтүә булмаҫ кеүек. Башҡа төбәктәрҙе эҙләй башланыҡ. Ялға сит яҡтарға сығып йөрөгән кешеләр хаҡтар менән таныш. Иң арзаны йәйен — Төркиә, ҡышын — Мысыр. Ғәрәп Әмирлектәре лә артыҡ ҡиммәт түгел ине, тик йәй көнө эҫе 50-60 градусҡаса етә, унда барыу күрәләтә үҙеңде ҡояшта көйҙөрөү тип, был теләктән дә баш тарттыҡ. Беҙҙең кеҫәгә тап килгән илдәр Крит, Болгария, Хорватия һәм Греция булып сыҡты. Ҡыҫҡаһы, оҙаҡ ҡына уйлағандан, кеҫә ҡалынлығын һәм теләктәрҙе барлағандан һуң, Грецияның Крит утрауына туҡталдыҡ. Көнөнә өс тапҡыр туҡланыуҙы, диңгеҙҙең юл аша ғына булыуын иҫәпкә алғанда, хаҡы әллә ни ҡиммәт түгел һымаҡ тойолдо.
Инде юллама кеҫәгә инеп ятты тигәндә, ҡайҙа йыйынғанды белгән таныштар: “Аһ-аһ, унда бит көрсөк! Йә бола-фәлән сығып ҡуйһа, ҡайта алмай ятһағыҙ, йүнле хеҙмәтләндереү булмаһа...” — тигәнерәк һүҙҙәр менән күңелгә шик тә һала биреп ҡуйғайны. Аҙаҡ асыҡланыуынса, юлламаның артыҡ ҡиммәт булмауы ла ошо көрсөккә бәйле икән. Тап быйыл хаҡтар арыу ғына төшкән булып сыҡты.
Был ил беҙҙе ҡыҙыу ҡояшы, йылы диңгеҙе менән ҡаршыланы. Турфирма вәкилдәре аэропорттан отелгә барып еткәнсе Грецияның һәм уның халҡының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Илдәге көрсөк мәсьәләһе башҡаларҙы ла ҡыҙыҡһындыра ине, тик бында эшләүсе мәрйә Жанна тынысландырҙы: Крит утрауында үҙгәреш юҡ тиерлек. Улар көрсөктән иң аҙ зыян күргән, йәнәһе.
Тип-тигеҙ юлдар, күркәм ҡалалар буйлап барабыҙ, юл буйындағы магазиндар тауар менән тулы. Күләгәле урындарҙа эшләпәләр аҫтына йәшенеп йәки ике ҡатлы тәпәш йорттарының балкондарында ҡәһүә эсеп ултырған гректарҙың йөҙөндә тыныслыҡ, хатта ҡәнәғәтлек күренә. Гид әйтеүенсә, бындағы халыҡ бер-береһенә һәм туристарға ҡарата бик ихлас мөнәсәбәттә. Был ысынлап шулай булып сыҡты. Отель хеҙмәткәрҙәре, магазиндағы һатыусылар, муниципаль пляждарҙа беҙҙең менән бергә һыу ингән урындағы халыҡ — барыһы ла һиңә шул тиклем ихлас йылмая. Һорау менән мөрәжәғәт итһәң, ярҙам итмәйенсә тынысланмай. Кешеләрҙең нисек йәшәүен асыҡлауы ауыр ғына, беҙ булған Агиос Николаос ҡалаһында, мәҫәлән, барлыҡ йорттар ҙа бер иш. Ике, һирәгерәге өс ҡатлы ыҡсым ғына өйҙәр, һәр береһендә балкон бар. Юлдағы автомобилдәренә ҡарап та етеш йәшәйҙәрме, юҡмы икәнлеген асыҡлап булмай: һәр кемдә затлы автомобиль, йәштәр скутерҙа, мотоциклда елдерә. Һәр хәлдә, уларҙың ауыр йәшәүе бер ҙә тойолманы.
Бөтә илдәре көрсөктә булғанда, бурыстарын нисек түләргә белмәй баш ҡатырғанда, Криттағыларҙың ысынлап та ни өсөн етеш йәшәүе һорау тыуҙыра ине. Яуап тиҙ табылды: бында килемдең төп сығанағы — зәйтүн майы һәм туризм. Ғөмүмән, бер ниндәй ҙә файҙалы ҡаҙылмаһы булмаған утрауҙа һәр тигеҙ, ташһыҙ урында — зәйтүн ағасы плантациялары, башҡа ауыл хужалығы культуралары ла үҫтерәләр. Бында етештерелгән май сифаты менән бөтә донъяға билдәле. Шуға күрә туризмдың да ҙур ғына килем килтереүенә ҡарамаҫтан, күптәр ауыл хужалығы, май етештереү менән шөғөлләнеүен ташламай.

Төштән һуң — йоҡларға

Ә иң аптыратҡаны нимә тип уйлайһығыҙмы? Грецияның дәүләт учреждениеларында эш иртәнге һигеҙҙә башлана ла төшкө икегә тиклем дауам итә! Бына ҡайҙа ул хөрриәт! Төшкө аштан һуң уларҙа — сиеста. Был ваҡытта урамда йүнләп кеше лә күренмәй, “арыған” гректар ял итә. Ҡайһы бер магазинда эшләүселәр, биштәр тирәһендә эшкә сығып, тағы ете-һигеҙгә ҡәҙәр “бил бөгә” былай. Әммә төштән һуң эшләгән банкты, почта бүлексәһен, дарыухананы табырмын тимә. Тағы шуныһы ғәжәп: ҡалалағы барлыҡ пляждар ҙа муниципаль милектә. Туристар өсөн дә, урындағылар өсөн дә шарттар бер. (Төркиәләге кеүек һәр отелдең үҙ биләмәһе, улар өсөн генә тәғәйенләнгән зонт һәм ял итә торған урындар юҡ). Пляждар түләүһеҙ, әммә зонт менән “лежак” өсөн көнөнә 7 евро (280 һум тирәһе) түләргә кәрәк. Бында ла аҡсаны гректар йыя. Тик улар барлыҡ халыҡ кеүек үк эшкә сәғәт ундарҙа сыға һәм төшкө аштан һуң күренмәй. Төшкә тиклем таҫтамал йәйеп, ҡомда ҡыҙынған туристар шым ғына “лежак”тарға сатыр аҫтына менеп ята һала. Гректарҙың шул тиклем ял итергә яратыуы күберәк аҡса эшләү теләген дә еңә алмай, күрәһең.
Дөрөҫ, туристар өсөн тәғәйен ваҡ магазиндар (уларҙа башлыса сувенир һатыла), кафелар (бында улар таверна тип йөрөтөлә) төнгә тиклем эшләй. Әйткәндәй, һатыусылар араһында һирәк-һаяҡ рәсәйҙәр ҙә осраны.
Магазиндарҙа Төркиә, Мысыр һәм башҡа Көнсығыш илдәрендәге кеүек һатыулашыу юҡ. Ниндәй хаҡ ҡуйылған, шуға алаһың. Шул уҡ илдәрҙән айырмалы, һиңә тауарын көсләп тағып, артыңдан йүгереп сығыусы, алмаған осраҡта йәмһеҙ итеп әрләп ҡалыусы юҡ. Бөтә ерҙә лә — ысын күңелдән дуҫтарса йылмайыу ғына. Эш, моғайын, тәрбиәләлер.

Телһеҙ быҙау

Греция — Европалағы киң билдәле илдәрҙең береһе. Грек теле дәүләт статусына эйә. Эре туристик үҙәктәрҙә персонал инглиз телен белә, һирәктәре немецса һөйләшә һәм бик әҙе генә урыҫса һупалай. Утрауҙарҙа иһә төп аралашыу — инглиз телендә. Мәктәптә немец телен уҡығанлыҡтан, инглизсә белемем юҡ кимәлендә, шулай ҙа артыҡ бошоноп торманым. Берҙән, әхирәтем арлы-бирле булһа ла телде белә, икенсенән, инглизсә-урыҫса һөйләшеү һүҙлеге алдыҡ, ә өсөнсөнән, ымдар теле лә бар бит әле.
Рәсәйҙәге эре туроператорҙарҙың береһе аша барғас, урыҫса һөйләшкән гидтар менән бер проблема ла булманы. Барлыҡ экскурсияларҙа оҙатып йөрөүселәр урыҫтар, төркөмдәр ҙә рәсәйҙәр өсөн махсус йыйыла ине. Тик бына отель, пляж һәм магазиндарҙа аралашыу ҡыйыныраҡ булып сыҡты. Утрауҙағы башҡа ҡунаҡханаларҙан айырмалы, беҙҙекендә ял итеүселәр араһында урыҫтар сағыштырмаса күп кенә ине. Хеҙмәтләндереүсе персонал араһында Калия исемле ҡыҙ әҙерәк беҙҙең телде белә. Ул сәғәт өстән һуң төнгәсә эшләй. Төшкә тиклем урыҫса һөйләшкән кеше юҡ. Ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып бөттө. Бүлмәбеҙҙең һаны — 612. Тегеләй-былай сыҡҡанда асҡысты ресепшенда ҡалдырып йөрөргә кәрәк. Тик бына бәлә: йылмайып асҡысты ҡалдырып китеүе рәхәт тә ул, ә кире ҡайтҡас, 612-не инглиз телендә әйтеп булмай ҙа ҡуя, бигерәк оҙон һәм ауыр. Асҡыстар ятҡан ергә төртөп ҡарайһың, тик улар күп, тапҡансы хәл бөтә. Аҙаҡҡа ҡарай был һүҙҙе ятларға тура килде, тик был тиклем йонсоуға беҙҙе танып, үҙҙәре шунда уҡ асҡыс һуҙа башланы.
Пляжда мәхшәр. Кем генә юҡ унда! Туристар, урындағы халыҡ, сыр-сыу килеүсе бала-саға. Греция Европа иле булғанлыҡтан, тәртиптәр ҙә башҡа. Мәҫәлән, ярым-шәрә ҡыҙынған ҡатын-ҡыҙ бер кемде лә аптыратмай. Урам буйлап бикини кейеп тә йөрөргә була, өйрәнеп бөткәндәр, әйләнеп ҡараусы ла юҡ.
Төркиәлә үҙеңде Рәсәйҙән артыҡ йыраҡ киткән итеп тоймайһың, сөнки унда ватандаштарыбыҙ күпләп ял иткәнлектән, бөтә ерҙә лә урыҫса, хатта башҡортса, татарса һөйләшеүҙәр йыш ишетелә. Бында иһә рәсәйҙәр бик аҙ икән. Күҙәтеүебеҙсә, туристарҙың күпселек өлөшө — немецтар, француздар һәм инглиздәр. Үҙ-ара туған телдәрендә аралашһалар ҙа, ситтәргә һәр саҡ инглизсә мөрәжәғәт итәләр. Беҙҙең менән дә танышырға теләүселәр бихисап ине. Яныңда ҡыҙынып ятҡан йәки йөҙөп йөрөгән һәр кем ихлас күңелдән йылмая. Айырыуса өлкәнерәк йәштәгеләр иҫәнләшә лә хәбәр һөйләй, тегенеһен-быныһын һораша башлай. Бына ул тел белмәүҙең бәләһе ҡайҙа!? Алйот кеше кеүек йылмаяһың да, һин ҡайҙан, тип һорауҙарына алдан ятлап белгәнсә: “Ай эм фром Раша”, — тиһең. Рәсәйҙәр бында һирәк булғанлыҡтан, һиңә ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта. Инглизсә тәтелдәп хәбәр һөйләй башлауҙарына үҙемсә: “Мояныҡы твояны не понимать”, — тип өҫтәп ҡуям. Иңбашыңды ла һикертеп, ҡулдарыңды йәйеп ебәрһәң, ысынлап та телде белмәүең аңлашыла. Тегеләр шунда уҡ “Раша” ла “Раша” тип үҙ алдына һөйләнә башлай, мут бабайҙар: “Красивый девочка”, “Я тебя любить”, — тигән була. Был да беҙҙең инглизсә бер нисә һүҙ белгән кеүек инде. Шулай бер-береңә ҡарап йылмайышаһың да аралаша алмай артабан йөҙөп китәһең.
Бармаҡ ышҡып та аңлашып була

Халыҡ-ара телде белмәгәнгә ысынлап оят. Һәм бында мин яңғыҙ түгел. Рәсәйҙән килгәндәрҙең күпселеге инглизсә белмәй. Бер өлөшө икмәк-тоҙлоҡ ҡына һупалай, ә телде һәйбәт белеүселәр — йәштәр һәм ата-әсәһенә тәржемә итеп маташҡан балалар. Бының сере, күрәһең, өлкәнерәк быуындың мәктәптәрҙә, нигеҙҙә, немец телен өйрәнеүендәлер.
Магазиндар буйлап йөрөү үҙе бер ҡыҙыҡ. Ҡараңғы төшөү менән ашап, ял итеп алғас, барлыҡ халыҡ урам буйына эркелә. Был саҡта ул тиклем эҫе лә түгел, ни бары 30 градус (көндөҙ 46 градусҡа тиклем ҡыҙҙырыуын иҫәпкә алғанда, бик тә шәп). Магазиндар аҙым һайын. Күбеһе туристар өсөн тәғәйенләнгән. Шуға күрә кәштәләр сувенирҙар, Греция дан тотҡан зәйтүн майы, бал, шараптар, көршәктәр, ялтыр-йолтор шаҡы-шоҡо менән тулған. Араларында ҡала халҡы өсөн аҙыҡ-түлек супермаркеттары ла осрай. Шулай ҙа яр буйында һатылған әйберҙең күбеһе туристар өсөн. Бында ла һатыусылар — гректар. Берәй нәмә алам тиһәң, тәүҙә шуға төртөп күрһәтәһең, шунан баш бармаҡ менән һуҡ бармаҡты ышҡып ҡына хаҡын һорайһың. Һатыусы ла сос: йылмая ла хаҡын йә ҡағыҙға яҙа, ҡул аҫтында ҡағыҙы булмай сыҡһа, һауаға бармағы менән “яҙып” күрһәтә. Алырға булһаң, баш ҡағаһың, юҡ икән, рәхмәт әйтеп сығып китәһең. Күреүегеҙсә, бер ауырлығы ла юҡ.
Ҡайтҡан саҡта аэропортта ҡыҙыҡ хәл булды. Ҡағиҙә буйынса, һәр кешегә 20 килограмға тиклем багаж алып сығырға рөхсәт ителә. Беҙҙең самолетҡа теркәү иғлан иткәс, күршелә торған ғаиләнең йөгө артығыраҡ булып сығыуы асыҡланды. Регистратурала эшләүсе ҡыҙ, үлсәүгә һәм быларҙың сумаҙанына төртөп күрһәтеп, быларға инглизсә ниҙер аңлата, тегеләр урыҫса үҙенекен һөйләй. Яҡында торған бер кем дә әллә телде белмәй, әллә битараф булып сыҡты. Өфө ҡыҙы аптырап торманы: Рәсәйҙә килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеүҙең берҙән-бер юлын иҫенә төшөрҙө, ахырыһы, тегеңә баш бармағы менән һуҡ бармағын ышҡып, һораулы ҡарашын төбәне. Уның аҡса тәҡдим иткәнен аңлап ҡалған пассажирҙарҙы теркәп ултырған ҡыҙҙың күҙҙәре ҙурайып китте, ҡото осто: “Неу, неу”. Ярай, яндарына турфирма вәкиле килеп асыҡлыҡ индерҙе, уларға багаждарын ни бары икенсе урынға тапшырырға кәрәк булған.
Грециянан, инглиз телен мотлаҡ өйрәнергә кәрәк, тигән уй менән ҡайттым. Ни генә тимә, рәсәйҙәрҙең күпселегенең телде белмәүе сәбәпле халыҡ-ара кимәлдә наҙан булып тойола.

* * *

Рәсәй туристары бында әҙ тип әйткәйнем инде. Сәбәбе төрлө, уның төбөнә төшөп ултырғы килмәй. Тик яр буйлап ҡултыҡлашып ҡына 80 йәштәрҙәге француз, немец һәм башҡа милләт әбей-бабайҙарҙың йөрөүе бер аҙ күңелде ҡырҙы. Бер дәғүә лә юҡ, мөмкинлектәре бар икән, әйҙә, рәхәтләнеп ял итһендәр. Ә бына беҙҙең пенсионерҙар үҙҙәренә бындай ялды рөхсәт итә алмай. Бында инде тәү сәбәп — аҡсала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҡарттарҙың пенсияһы самалы. Икенсенән, беҙҙекеләр ял итергә әүәҫ түгел, эште хуп күреүсән. Отпуск етеү менән баҡсаға, ауылға ағылалар. Хәлле генә йәшәгән ауыл кешеһе иһә малын, бесәнен, баҡсаһын уйлай. Бер һүҙ менән әйткәндә, донъяның рәхәтен күреп йәшәй белмәйбеҙ йәки теләмәйбеҙ. Сит илгә барыуҙан тел белмәгән, сығып өйрәнмәгән кешелә бер аҙ ҡурҡыу тойғоһо ла барҙыр, кеҫәнең таҡырлығы ла ҡамасаулайҙыр, тик шулай ҙа, халыҡ әйтмешләй, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад