"Алтын"ға байыныҡ07.09.2012
Рәсәй йыйылма командаһы алтын миҙалдар һаны буйынса икенсе урында. Шуныһы ҡыуандыра: 28 "алтын"дың унауһы — Башҡортостан спортсыларыныҡы!
Яҡташтарыбыҙ араһынан йөҙөүҙә Александр Неволин-Светов — бер алтын, ике көмөш, йүгереүҙә Алексей Лабзин — ике алтын, оҙонлоҡҡа һикереүҙә Андрей Коптев, йүгереүҙә Анастасия Овсянникова, Елена Паутова — берәр алтын, һөңгө ырғытыуҙа Анна Сорокина көмөш миҙал алды. Йөҙөүсе Оксана Савченконың ҡаҙаныштары Паралимпиада өсөн, ғөмүмән, бик һирәк күренеш: ул бер аҙнала дүрт алтын миҙал яулауға өлгәште.
Паралимпиада аҙағына тиклем яҡташтарыбыҙҙың тағы ла бер нисә миҙал яуларына өмөт бар.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад