Балыҡтан шәберәк, елдән етеҙерәк06.09.2012
Лондондағы Паралимпия уйындарында Башҡортостан спортсылары Рәсәй иҫәбенә миҙалдар алыуын дауам итә.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Оксана Савченко уйындарҙың тәүге көнөндә үк 400 метр алыҫлыҡҡа ирекле йөҙөү буйынса алтын миҙал яулағайны. Бер нисә көндән спортсы тағы ла һөйөндөрҙө — 100 метрға йөҙөп, донъя рекордын ҡуйҙы.
Башҡортостан физик культура институты студенты Елена Паутова ла “алтын”ға эйә булды. Йүгереүсебеҙ 1500 метр араны 4 минут 37,65 секундта үтте.
Балыҡтан шәберәк, елдән етеҙерәк студенттарға — ҙур “бишле”!
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад