Спорт һарайы донъя чемпионатына әҙер булырмы?06.09.2012
Спорт һарайының ҙур үҙгәреш кисереүе урамдан уҡ күҙгә ташлана. Эстә иһә эштәр тағы ла нығыраҡ ҡыҙа. Быны баш инженер Марат Сафин да раҫланы.
– Төҙөлөш эштәрен баш ҡаланың инвестиция-төҙөлөш комитеты заказы буйынса “Башҡортостаннефтезаводстрой” тресы башҡара. Спорт һарайында капиталь ремонт яһалды, төп эштәр уның ҙур аренаһында барҙы. Тулыһынса ҡыйығы, вентиляция, һауа алмаштырыу, йылытыу системалары (элек боҙ һарайының һалҡынлығына зарланыусылар етерлек ине) алмаштырылды, ошоға тиклем булмаған төтөн таратыу системаһы ҡуйылды, – тип һөйләне ул. Шулай итеп, быға тиклем янғын һүндереүселәр тарафынан яһалған бөтә иҫкәртеүҙәр ҙә иҫәпкә алынған. Тағы ла өҫтәмә дүрт эвакуациялау юлы булдырылған.
Боҙ һарайында Халыҡ-ара хоккей федерацияһының бөтөн талаптарына яуап биргән “RAITA” фин фирмаһы етештергән хоккей ҡабы урынлаштырылған. Йөрөү мөмкинлеге сикләнгән көйәрмәндәр өсөн дә махсус урындар барлыҡҡа килгән. Йәғни хәҙер хоккей яратыусыларға үҙ командаһының уйынын яҡындан ҡарау өсөн бер ниндәй ҡаршылыҡ юҡ. Инвалидтар өсөн пандустар ҡуйылған – бөгөн ҙур аренаға мәшәҡәтһеҙ генә инергә мөмкин.
Шулай уҡ хоккейсыларҙың уңайлыҡтары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Уларҙың кейем алмаштырыу бүлмәләренә тулыһынса ремонт яһалған, заманса янғын һүндереү системаһы ҡуйылған. Душ менән санузелдар ҙа яңыртылған.
Тамашасылар урынынан өҫтәрәк комментаторҙар кабинаһы урынлашҡан. Әле донъя чемпионаты талаптарына яуап биргән яҡтыртыу системаһын монтажлау эштәре бара. Тауыш системаһы ҡуйылған. “Өфө-Арена”лағы кеүек ҙур видеоэкран урынлаштырылған, унда тамашасыларға уйындың иң ҡыҙыҡлы мәлдәренән ҡабатлауҙар ҙа күрһәтеләсәк. Черлидерҙар майҙансығы ла башҡа урынға күсерелгән.
Видеотаблонан бөтә уйындар тураһында мәғлүмәт тапшырылып торасаҡ.
Бөгөн боҙ һарайын яңыртыу эшендә яҡынса йөҙ кеше мәшғүл. Төҙөлөштөң иң ҡыҙыу осоронда уларҙың һаны хатта ике йөҙҙән ашып киткән. Әле һуңғы эштәр башҡарыла. Шуға күрә боҙ һарайында төҙөкләндереү эштәре ноябрь айына тамамланыр тип өмөтләнә етәксе.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН

l Эксперт фекере
Хәлит МӘХМҮДОВ, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе:

– Әле Спорт һарайында эштәр аҙағына яҡынлаша. Төҙөлөш барышында аренаның һыйҙырышлылығы ла артты, быға тиклем 3200 кешене ҡабул итә алһа, хәҙер ул 3500 көйәрмәнде һыйҙыра. Эш графикка ярашлы алып барыла. Ҡуйылған ҡорамалдарҙы эшләтеп ебәрә башланыҡ. Эште йомғаҡлау ваҡыты ла билдәләнгән. Мәҫәлән, телеметрия системаларын йыйыуҙы 10 сентябргә, биҙәкләү эштәрен 30 сентябргә тамамларға уйлайбыҙ. Арена 15 ноябргә көйәрмәндәрҙе ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер булыр тип өмөтләнәбеҙ. Спорт һарайы янындағы биләмәне төҙөкләндереү иһә сентябрь аҙағында тамамланасаҡ.


Вернуться назад