“Салауат Юлаев” идараһында үҙгәреш05.09.2012
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Урал” хәйриә фонды Башҡортостан етәкселегенә “Салауат Юлаев” хоккей клубы идараһында үҙенең вәкилдәрен арттырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.
Өфө хоккей клубын финанслауҙа “Урал” фондының ҙур әһәмиәтен иҫәпкә алып, республика Хөкүмәте тәҡдимде хупларға ҡарар итте. “Салауат Юлаев” идараһында элек дәүләт вәкилдәре биләгән урындарҙың барыһы ла фондҡа тапшырыласаҡ.
Хөкүмәт бындай ҡарар хоккейсыларҙың уйын сифатын яҡшыртыуға килтерер һәм артабан уларҙың уңышлы сығыш яһауына булышлыҡ итер тигән фекерҙә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад