Стәрлетамаҡтың “Содовик” стадионында ҡала кимәлендә паралимпиада үтте.
Спорт байрамын асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Тимур Мырҙағәлин, “Моторс-Юг” компанияһы вәкиле, бағыусылар ҡатнашты.
Спортсылар дартс, шашка, армспорт, футбол, ауыр атлетика буйынса һәм ҡатнаш эстафетала көс һынашты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, быйыл ҡатнашыусылар күберәк булған.
— Төп иғтибарҙы ойоштороу мәсьәләһенә йүнәлттек, — тине ҡаланың спорт комитеты рәйесе Наил Ризванов. — Ҡатнашырға теләк белдергән һәр спортсыны стадионға тиклем, ә ярыштар тамамланғас, өйҙәренәсә махсус автобус менән йөрөттөк. Шулай уҡ 50 волонтер йәлеп ителде. Улар спортсыларға төрлө яҡлап ярҙамлашты. Бушлай төшкө аш та ойошторолдо.
Армреслингта абсолют чемпион исемен Анатолий Кузьмин яуланы. Ә 75 килограмдан ашыу ауырлыҡта иң яҡшы күрһәткескә Андрей Егоров өлгәште. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 80 килограмға тиклем һәм унан ашыу ауырлыҡ категорияларында Юлиә Землянская менән Ғәлиә Ямаловаға тиңдәр булманы.
Еңеүселәргә миҙал һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Х. Рөстәмов.