Хыялдар тормошҡа аша04.09.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, яҡташыбыҙ Алексей Лабзинға шылтыратып, Паралимпиадалағы оло еңеүе менән ҡотланы.
"Көмөш миҙалым менән ҡәнәғәтмен. Маҡсатым — 2012 йылда алтын алыу", — тигәйне Башҡортостан спортсыһы Алексей Лабзин 2008 йылда Пекинда уҙған Паралимпия уйындарынан һуң. Яҡташыбыҙ, ысынлап та, маҡсатына өлгәште: Лондондағы уйындарҙа 400 метр араға йүгереүҙә беренсе булды һәм Паралимпиада рекордын ҡуйҙы!
Республикабыҙ һылыуҙары ла һынатмай — Анна Сорокина, 38, 79 метр алыҫлыҡҡа һөңгө ырғытып, көмөш миҙал яуланы. Уҙған аҙнала М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Оксана Савченконың йөҙөү буйынса Паралимпия чемпионы булыуын хәбәр иткәйнек инде.
Рәсәй йыйылма командаһы алтын миҙалдар һаны буйынса әле — бишенсе урында.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад