Ат ярыштарын ҡарарға яратмаған кеше юҡтыр ул беҙҙең яҡтарҙа. Күптәр шул күркәм тамашаның шаһиты булайым тип һабантуйҙы көтөп ала. Шуға ла Урта һәм Ҡара диңгеҙ араһындағы илдәрҙең халыҡ-ара арбалы сабыш чемпионаты нәҡ Өфөлә үтеүе тотош республика халҡы өсөн оло байрамға әүерелде.
“Аҡбуҙат” ипподромында халыҡ мәж килә. Алдараҡ килгәндәр урын алып өлгөргән, ә саҡ ҡына һуңлағандары иһә баҫып булһа ла бәйгене күҙәтергә әҙер. Ярыш башланыуға һанаулы ғына минуттар ҡалды. Тамашасылар старт бирелеүҙе түҙемһеҙләнеп көтә. Әйткәндәй, чемпионаттың финалында алты илдән ҡатнаштылар: Раил Ғәбдрәшитов, Владимир Портнов һәм Владимир Греханов (Башҡортостан), Ноэль Балдачино (Мальта), Жанез Хроват (Словения), Василий Саратовцев (Ҡырғыҙстан), Григорий Матюх (Ҡаҙағстан), Жан Поль Фаскуель (Франция).
Бына егеттәр тыпырсынып торған ярһыу аттарҙы теҙгенләне. Арғымаҡтар ҙа күптән ярышҡа өйрәнеп бөткән. Ана бит, старт бирелеүен көтөп, ҡайһылай үрәпсеп торалар.
Бына шартлау тауышы ишетелде, һәм аттар уҡтай атылды. Словения жокейының “Фарватер” ҡушаматлыһы ҡайһылай сос булып сыҡты! Ул тәүге минуттан уҡ күптәрҙе артта ҡалдырҙы. Раил Ғәбдрәшитовтың “Патефон”ы ла бирешергә уйламай, икенсе урында килә. “Француз” иһә бына-бына “Патефон”ды уҙырға ниәтләй.
— Кит инде, шул ҡунаҡтарҙан еңелеп ҡуймаһаң ине!
— Әйтмә лә. Раил, йәһәтерәк!
— “Патефон”, бирешмә!
Шулай ҙа беҙҙеке икенсе булып финишҡа етте. Ҡағиҙә буйынса, алдан килгән жокей яй сапҡанында оҫталығын күрһәтергә тейеш. Йәғни, Раил Ғәбдрәшитов “Патефон”да түгел, ә һуңғыларҙан булып килгән “Каприз”ға ултырҙы. Бына шуныһы бәкәлгә һуҡты ла инде.
Ярыштың икенсе өлөшөндә Раил Ғәбдрәшитовҡа “Каприз” ҡушаматлы ат тапшырылды. Йәнә старт бирелде. Тамашасылар урынында ултырып түҙмәй, тамағы ярылырҙай булып ҡысҡыра:
— Алға, алға!
Күрәһең, шулай яҙғандыр, был юлы беҙҙекеләр артта ҡалды.
Чемпионаттың еңеүселәре билдәләнде: I урында —Словениянан Жанез Хроват, II урында — Франциянан Жан Поль Фаскуель, III урында — Мальтанан Ноэль Балдачино.
Ә бит еңеү беҙҙекеләргә шул тиклем яҡын ине. Тик һуңғы минутта “Каприз” ни өсөндөр көйһөҙләнде.
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.