Боҙҙа "осҡондар" сығарып...01.09.2012
Боҙҙа "осҡондар" сығарып...Ниһайәт, хоккей миҙгеленә аяҡ баҫтыҡ. Көйәрмәндәр ҙә, уйынсылар ҙа оҙон йәй буйына яңынан-яңы еңеүҙәргә "һыуһап" өлгөргән. Башҡортостан Республикаһы кубогына уйындар быға тамам инандырҙы.
Был турнир быйыл бигерәк тә үҙенсәлекле: унда Чехияның “Энергия”, Новокузнецкиҙың “Металлург”ынан тыш, Өфөнөң “Салауат Юлаев”ы менән Юғары хоккей лигаһы чемпионы “Торос” та ҡатнаша. Әйткәндәй, Башҡортостандың был ике командаһы һиҙелерлек яңырҙы: байтаҡ яңы уйынсылар менән тулыланды. Мәҫәлән, Өфө клубына Томаш Ролинек, Александр Степанов, Никита Филатов, Денис Хлыстов кеүек һөжүмселәр, Иван Баранка, Виталий Шулаков, Андрей Зуборев кеүек һаҡсылар, Ииро Таркки һәм Вадим Тарасов кеүек ҡапҡасылар килде. Ә байтаҡ уйынсыларыбыҙ, киреһенсә, үҙҙәренә яңы команда тапты.
Үкенескә ҡаршы, Башҡортостан Республикаһы кубогына турнир беҙҙең көйәрмәндәр өсөн уңышһыҙ башланды. Тәүге көндә “Торос” Новокузнецкиҙың “Металлург”ынан 1:5 иҫәбе менән отолһа, “Салауат Юлаев” Чехия клубына 1:4 иҫәбе менән “баш һалды”. Шулай ҙа көйәрмәндәргә көйәләнергә иртәрәк, ни тиһәң дә, хоккей миҙгеле башлана ғына бит. Яңы уйынсыларыбыҙға ла составта үҙ урынын һәм уйынын табыу зарур. Шул саҡта еңеүҙәр оҙаҡ көттөрмәҫ тип өмөтләнәйек.
Көйәрмәндәрҙә “Өфө-Арена”ның быйыл декабрҙә үтәсәк Йәш хоккейсыларҙың донъя чемпионатына әҙерлегенә шик ҡалмағандыр. Турнир алдынан үткән лазер-шоу һәм яңы уйынсылар менән танышыу тантанаһы ла күптәргә ҡыуаныслы булғандыр. Әйткәндәй, был сараны билдәле телекомментатор Азамат Моратов алып барҙы.
Р. ЗӘЙНУЛЛИН.


Вернуться назад