Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай!30.08.2012
Республикабыҙ донъя кимәлендәге мөһим сараға әҙерләнә. 26 декабрҙән алып киләһе йылдың 5 ғинуарына тиклем Өфөлә йәштәр командаһы араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үтәсәк. Әҙерлектең ниндәй кимәлдә барыуы кисәге Хөкүмәт ултырышында тикшерелде. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк, шулай уҡ министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
Донъя чемпионатында Рәсәй, Канада, АҠШ, Словакия, Финляндия, Швейцария, Швеция, Чехия, Латвия, Германия илдәренең хоккей командалары ҡатнашыуы көтөлә.
— Чемпионатты ун ил араһынан нәҡ Рәсәйҙә үткәрергә ҡарар иттеләр, — тине Владислав Третьяк. — Ә инде спорт донъяһындағы мөһим бәйгенең Өфөлә үтеүе — Башҡортостан өсөн үҙе бер мәртәбә. Бөгөн ҡалалағы спорт объекттарының әҙерлеге менән танышып сыҡтым һәм ҡәнәғәтлек кисерҙем. Шуға ла чемпионат юғары кимәлдә үтер тип уйлайым. Башҡортостанда хоккейҙы яраталар һәм уны үҫтереүгә ҙур көс һалына. Мөмкинлектән файҙаланып, республика етәкселегенә рәхмәтемде белдерәм.
Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов әйтеүенсә, ҡала чемпионатты ҡаршыларға тулыһынса әҙер. Спорт һарайы реконструкцияланған, уның янында машиналарҙы ҡуйыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған, яҡын-тирәләге йорттар төҙөкләндерелгән, юлдар киңәйтелгән, инглиз телендә урамдарҙың исеме яҙылған.
Әйткәндәй, матчтар ҡаланың Спорт һарайында (3949 урын) һәм “Өфө-Арена”ла (8000) үтәсәк. Билет һатыу мәсьәләһе лә төптән уйланылған. Бының өсөн хәҙер таңдан алып сиратҡа баҫырға кәрәкмәй. Өйҙә ултырып, Интернет аша ла билет һатып алырға мөмкин.
А. АБҘАҠОВ.


Вернуться назад