Лондонда уҙған йәйге Олимпия уйындарында беҙҙекеләр бик тырышһа ла, әллә ни ҡыуандыра алманы. Республиканан ҡатнашҡан туғыҙ спортсының ни бары берәүһе генә бронза миҙалға лайыҡ булды. Кисә улар менән Президент Рөстәм Хәмитов осрашты. Республика башлығы уларға рәхмәт әйтте, бергәләп уңышһыҙлыҡ сәбәбен эҙләне, ғөмүмән, спорттың торошо тураһында әңгәмәләште.
— Афарин! Һәр сығышығыҙҙы тиерлек телевизор аша ҡарап барҙым, барығыҙ өсөн дә көйҙөм, — тине Рөстәм Зәки улы. — Уңыштар ҙур булманы, шулай ҙа иң мөһиме — республикала юғары кимәлдәге спортсылар бар. Һеҙҙең сығыштарығыҙ тәжрибәһенән сығып, киләсәктә һығымталар яһарбыҙ
Президент фекеренсә, республикала юғары күрһәткестәр спорты юҡ кимәлендә. Әлбиттә, спортсылар бөтөн тырышлығын һалып сығыш яһай, әммә ҙур еңеүҙәр өсөн барлыҡ системаның профессиональ кимәлдә эшләүе шарт. Бында дәүләт идаралығы ла, финанслау ҙа, ойоштороу эштәре лә инә.
— Егеттәребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ көслө булған спорт төрҙәрен үҫтереү зарур. Был — еңел атлетика, йөҙөү, фехтование, бокс һәм башҡалар. Олимпия уйындарына индерелгән барлыҡ 36 төрҙә лә беҙ алдынғы була алмайбыҙ һәм был кәрәкмәй ҙә, — тине Президент.
Республика башлығы менән осрашыуға Лилиә Шобухова (еңел атлетика), Елена Савельева (бокс), Григорий Андреев (еңел атлетика), Антон Анчин (йөҙөү) һәм Артур Әхмәтхузин (фехтование) килде.
Олимпия уйындарында өсөнсө тапҡыр ҡатнашҡан Григорий Андреев Лондон ҡалаһы һәм уйындарҙы ойоштороу кимәле тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
— Ваҡыт табып, беҙҙе саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт. Форсаттан файҙаланып, проблемаларҙы ла әйтеп үтәйем. Ғаиләм менән 20 йыл Өфөлә йәшәйбеҙ, әммә ошоғаса ятаҡта, кеше фатирында көн итәбеҙ. Һатып алырға мөмкинлек юҡ. Быны күргән йәш спортсыларҙа Олимпиадала ҡатнашыу теләге юғала, — тине ул.
Рөстәм Хәмитов был юҫыҡта киләсәктә шарттар булдырыу кәрәклеген әйтте.
Ә. ӘЙҮПОВА.