Баш ҡалабыҙ исемен йөрөткән футбол командаһы көйәрмәндәрен бер-бер артлы еңеүҙәр менән ҡыуандыра. Һуңғы осрашыуҙа ул турнир аутсайдерын – "Химки" командаһын ҡабул итте.
Ҡунаҡтар тәүге минуттан уҡ көслө һөжүмгә күсте. Әммә өфөләрҙең һөжүме һөҙөмтәлерәк булып сыҡты, 11 минут үтеүгә иҫәп 1:0 ине. Тәнәфескә тиклем ул башҡаса үҙгәрмәне. Ә бына уйындың икенсе өлөшө үтә көсөргәнешле булды. Тәүҙә "Өфө" тағы ла алға сыҡһа, осрашыуҙың һуңғы минуттарында ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Шулай ҙа быйылғы һәр уйынында тик еңеүҙе маҡсат итеп ҡуйған футболсыларыбыҙ албырғап ҡалманы: өҫтәмә ваҡытта "Химки"ның барлыҡ өмөтөн селпәрәмә килтерҙе. Шулай итеп, иҫәп – 3:2! "Өфө" сираттағы еңеүен байрам итә һәм чемпионат турнирында 16 мәрәй менән беренсе урынға күтәрелде! "Томь" иһә 14 мәрәй менән икенсе урынды биләй.
Тәүҙә башҡа клубтар көйәрмәндәре тарафынан ваҡытлыса ғына лидер булараҡ ҡабул ителгән "Өфө" үҙен лайыҡлы команда итеп танытып өлгөрҙө. Республиканың баш ҡалаһында ла ҙур футбол көндән-көн киңерәк ҡолас ала бара. Трибуналарҙың көйәрмәндәр менән тулы булыуы, уларҙың үҙ командаһы өсөн янып-көйөүе быға ышанысты көсәйтә.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН