Өмөт аҡланһын ине23.08.2012
Лондонда Олимпия уйындарында уңышлы сығыш яһауға, тәүге өсәү рәтенә инмәүгә рәсәйҙәргә һәм, әлбиттә, яҡташтарыбыҙға нимә ҡамасауланы? Күнекмәләрҙең тейешенсә үткәрелмәүеме, әллә тренерҙарҙың үҙ вазифаһына һалҡын ҡарауымы? Бәлки, спортсыларҙың үҙҙәренә ныҡ ышаныуы көслө булғандыр...
Физик мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар өсөн уҙғарылған халыҡ-ара спорт ярыштары – Паралимпия уйындары башланыуға ла (29 август – 9 сентябрь) күп ҡалманы. Ғәҙәттә, уға Олимпиада тамамланыуға 12 көн үткәс старт бирелә. Унда 165 илдән дүрт меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ спорттың егерме төрө буйынса көс һынашасаҡ.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин уның алдынан милли паралимпия йыйылма командаһы ағзалары менән тиккә осрашманы. "Йылдан-йыл Паралимпия хәрәкәтенең юғары темп менән үҫеүенә шаһитбыҙ, унда ҡатнашыусылар арта, программаның ҡатмарлана барыуын да беләбеҙ. Пекинда уҙған Паралимпия уйындарында донъя рекорды өс йөҙҙән ашыу тапҡыр яңырып тороуын хәтергә төшөрөү ҙә етә. Шуныһы ҡыуаныслы: унда һәр икенсе Рәсәй спортсыһы призлы урын яуланы", – тине ил етәксеһе.
Йәйге XIV Паралимпия уйындарында Башҡортостандан 16 спортсының (Елена Паутова, Алексей Лабзин, Андрей Коптев, Анна Сорокина, Альберт Әсәҙуллин, Илдар Помыкалов, Андрей Жирнов, Анастасия Овсянникова, Айгөл Сәхибзадаева – еңел атлетика, Оксана Савченко, Александр Неволин-Светов, Михаил Зимин – йөҙөү, Марат Йосопов, Иван Андреев, Тимур Хаматшин, Тимур Фәйзуллин – фехтование) ҡатнашыуы күҙҙә тотола, был – Мәскәүҙән ҡала икенсе күрһәткес. Тренерҙар Петр Буйлов (еңел атлетика), Игорь Тверяков (йөҙөү) һәм Фәрит Арыҫланов (фехтование) Бөйөк Британияға тәрбиәләнеүселәре менән бергә юлланасаҡ.
Юғары спорт мастерҙарын әҙерләү үҙәге директоры Евгений Емельянов уларға ҙур өмөт бағлай. Бөйөк Британияла бөйөк уңыштар насип булһын яҡташтарыбыҙға!

И. АҠЪЮЛОВ.


Вернуться назад