Волейболды күптәр яратып уйнай. Айырыуса быйылғы йәйге Олимпия уйындарында Рәсәйҙең йыйылма командаһы спорттың был төрө буйынса алтын миҙалға лайыҡ булғас, уның популярлығы бермә-бер артты.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та республикала волейбол үҫешенә ҡағылышы булған кешеләр менән осрашыу ваҡытында уйынды теләгән бөтә кешенең дә рәхәтләнеп уйнай алыуына баҫым яһаны. Һис шикһеҙ, спорттың был төрөн республикала үҫтереү кәрәк. Ә бының өсөн нигеҙ юҡ түгел. Башҡортостанда яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән, Рәсәй кимәлендә танылған “Урал” — ирҙәр һәм “Өфө” ҡатын-ҡыҙҙар командалары бар.
— Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына уйын кеүек күренһә лә, нескәлектәре етерлек. Егеттәребеҙҙең дә, ҡыҙҙарҙың да юғары уңышҡа өлгәшеүе, республикабыҙҙы ил һәм донъя кимәлендә танытыуына ышанабыҙ. Мөмкин булғанса ярҙам күрһәтергә лә әҙербеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Осрашыуҙа әлеге ике команда вәкилдәре, уларҙың баш тренерҙары ҡатнашты. “Урал”дың баш тренеры Анджоллино Фригони әйтеүенсә, команданың мөмкинлектәре ҙур. Ул былтыр Рәсәй чемпионатында 5-се урын яуланы.
— Әммә беҙ үткән уңыштар тураһында һөйләмәйбеҙ, ә киләсәккә ҡарап йәшәйбеҙ. Алда ҙур ярыштар көтә. Яҡшы һөҙөмтәгә ышаныс бар. Әле команда бер аҙ яңырҙы, тәжрибәле, исемдәре билдәле спортсылар килде, шулай уҡ йәш, әммә өмөтлө уйынсылар ҙа алдыҡ, — тине баш тренер.
“Өфө” командаһы иһә көйәрмәндәр һәм спорт һөйөүселәр араһында электән билдәле. Ул — Рәсәйҙең юғары А лигаһында еңеүҙәргә өлгәшкән команда. Баш тренеры Андрей Подкопаев шулай уҡ команданың киләһе ярыштарға әҙерләнеү барышы тураһында һөйләне. Республика етәкселегенән волейбол өсөн махсус спорт комплексы һәм финанс ярҙамы һораны.
— Әгәр федераль ҡаҙнанан майҙан төҙөү өсөн аҡса бүленһә, республика ла был эшкә ҡушыласаҡ һәм ярҙам буласаҡ. Финанслау мәсьәләһен дә ныҡлап уйларға, төрлө юлдарын эҙләргә кәрәк, — тине Рөстәм Зәки улы.
Ә. ИЛДУСОВА.