Һау бул, Лондон!14.08.2012
Спорт һөйөүселәр генә түгел, ғөмүмән, бөтә донъя Лондондағы XXX йәйге Олимпия уйындарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.

Башҡортостан спортсылары уңышҡа өлгәшерме? Бер мең метр араға каноэла йөҙөү буйынса яҡташыбыҙ Илья Первухин менән Алексей Коровашков финиш һыҙығына өсөнсө булып килде. Ниндәй ҡыуаныс!
Рәсәй волейболсыларының алтын миҙал яулауы күптәр өсөн көтөлмәгән шатлыҡ булды. Финалда улар үҙҙәрен Бразилия уйынсыларынан көслөрәк икәнен иҫбат итте (СССР йыйылма командаһы 1980 йылдан алып пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелгәне юҡ ине). Аргентина менән Рәсәй баскетболсылары араһында бронза өсөн уйын бик ҡыҙыу барҙы. Кем еңер? Һөҙөмтәлә ватандаштарыбыҙ һынатманы. Хәл иткес аҙымды Алексей Швед яһаны.
Ҡыҫҡаһы, рәсәйҙәр 82 миҙал менән (24 алтын, 25 көмөш һәм 33 бронза) – дүртенсе урында. Тәүге өсәү иҫәбенә инмәүебеҙ уйланырға мәжбүр итә.
Олимпиада тамам. Уны ябыу тантанаһында Рәсәй флагын синхрон йөҙөүсе Анастасия Давыдова ҡулында тотоп сыҡты. Ә Олимпия флагы 2016 йылда Олимпиада үтәсәк Рио-де-Жанейро (Бразилия) ҡалаһына тапшырылды.
И. АҠЪЮЛОВ.


Вернуться назад