Кореяны уҙҙыҡ!11.08.2012
Рәсәйгә Көньяҡ Кореяны артта ҡалдырырға ярҙам иткән 12-се алтын миҙал яуланды. Уны Наталья Воробьёва (72 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә) ирекле көрәштә алды. 21 йәшлек ҡыҙҙың ҡыйыу һәм ярһыу алышын быйылғы Олимпиаданың иң сағыу өлөшө тип атанылар.

9 августағы уйындарҙа Рәсәй спортсыларына шулай уҡ "көмөш" менән "бронза" эләкте. Бокссы Софья Очигава (60 килограмға тиклемге ауырлыҡта) һәм Надежда Торлопова (75 килограмға тиклем) берәр көмөш миҙал яуланы.
Башҡортостан халҡы 12 августа марафонда сығыш яһаясаҡ яҡташыбыҙ Григорий Андреевҡа өмөт бағлай.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад