[/right]
8 августағы Олимпия уйындарында Рәсәй спортсылары дүрт миҙал алды.
Йүгереүсе Наталья Антюх төрлө ҡаршылыҡлы 400 метр араны беренсе булып үтеп, алтын миҙал яуланы. Көмөш миҙал —бейеклеккә һикереүсе Елена Соколованыҡы. Тхэквондосы Алексей Денисенко (58 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә) менән алышсы Любовь Волосова (63 килограмға тиклем) "бронза" алыуға өлгәште.
Ике кешелек кәмәлә 1000 метрлыҡ араға уҙышыусы яҡташыбыҙ Илья Первухин (һүрәттә) менән Алексей Коровашков бронза миҙал яуланы. 11-12 августа Олимпиаданың биш төр ярыштарында (пятиборье) Өфөлә тыуып үҫкән өс спортсының сығышын күрергә мөмкин. Рөстәм Сабирхужин менән Павел Ильяшенко — Ҡаҙағстан, Евдокия Гречишникова Мәскәү исеменән ҡатнаша.
Әле Рәсәй спортсылары иҫәбендә 11 алтын, 19 көмөш, 23 бронза миҙал бар. Йәнә бер "алтын" өҫтәлһә, Көньяҡ Кореяны дөйөм миҙалдар һаны буйынса уҙып, дүртенсе урынға күтәреләсәкбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бер аҙна элек спортсыларыбыҙ турнир таблицаһының 10-сы баҫҡысында ине, барлығы 11 миҙал яуланғайны.
[/right]
Н. ХӘСӘНОВА.[right]