Олимпия уйындарының 11-се көнөнән һуң һәммәһе лә Рәсәй спортсыларының һыуҙа балыҡ кеүек йөҙөүенә, барыһынан да бейегерәк һикереүенә инанды.
Наталья Ищенко менән Светлана Ромашина синхронлы йөҙөүҙә алтын миҙал яуланы. Илья Захаров, өс метр бейеклектән һыуға һикереү буйынса донъяла иң яҡшыларҙан һаналған Ҡытай спортсыларын 14 балға артҡа ҡалдырып, туғыҙынсы "алтын"ды алды. Һикереүсе Иван Ухов, 2,38 метрлыҡ бейеклекте яулап, шулай уҡ юғары дәрәжәле миҙалға эйә булды.
Барыбыҙ ҙа өмөт бағлаған волейболсы ҡыҙҙарыбыҙ менән Бразилия командаһының көсө тиң булды. Шулай ҙа дәғүәселәр таһыллыраҡ булып сыҡты — беҙҙекеләр ярымфиналға сыға алманы.
Н. ХӘСӘНОВА.