Алан, Әлиә һәм Юлиә илен ҡыуандырҙы08.08.2012
Алан, Әлиә һәм Юлиә илен ҡыуандырҙыОлимпиаданың унынсы көнө Рәсәйгә бер юлы өс алтын миҙал алып килде. Илебеҙ командаһы, Италия, Ҡаҙағстан һәм Германияны уҙып, алтынсы урынға күтәрелде. Ҡытай — 31, АҠШ — 29, Бөйөк Британия — 18, Корея — 11, Франция 8 алтын миҙал менән алда бара.
Гимнаст Әлиә Мостафина бруста күнекмәләрҙе оҫта һәм тел тейҙергеһеҙ итеп башҡарҙы, һөҙөмтәлә судьяларҙың иң юғары балл ҡуймайынса сараһы ҡалманы. Сиднейҙағы Олимпиадала ошо спорт төрө буйынса алтын миҙалды Светлана Хоркина яулағанға 12 йыл үткәс, Мостафина Рәсәй гимнастарының көслө булыуын йәнә бер ҡат иҫбатланы.
Икенсе "алтын"ды грек-рим стиле көрәшсеһе Алан Хугаев 84 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә яуланы. Үҙенән күпкә мыҡтыраҡ һәм бейегерәк Мысыр спортсыһы Карам Мөхәммәт Габер Ибраһимды еңеү Төньяҡ Осетия егетенә еңел булманы. Олимпиадалағы миҙал өсөн түләнәсәк аҡсаға спортсы фатир һатып алырға һәм тыуған республикаһында спорт залы төҙөргә теләүен белдергән.
Татарстан ҡыҙы — еңел атлет Юлиә Зарипова етенсе алтын миҙалды яулап һөйөндөрҙө. Ул төрлө ҡаршылыҡлы 3 000 метрҙы йүгереп үткән саҡта башҡаларҙан күпкә алға сыҡты. Грек-рим көрәшсеһе (60 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә) Заур Курамагомедов, еңел атлеттар Елена Исинбаева (һайғау) менән Евгения Колодко (йәҙрә сөйөү) бронза миҙалдар яуланы.
Тәүге ун көнлөктөң һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй ете алтын, 17 көмөш, 18 бронза миҙал йыйҙы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Олимпия уйындарына туғыҙ спортсыһын оҙатҡайны. Йөҙөүсе Антон Анчин, рапирасылар Реналь Ғәниев менән Артур Әхмәтхужин, йүгереүселәр Егорь Николаев менән Лилиә Шобухова, бокссы Елена Савельева уңышҡа өлгәшә алманы. Алтын миҙал алыр тип өмөт бағлаған штангасы Дмитрий Клоковҡа, элекке йәрәхәте ҡуҙғыу арҡаһында, табиптар бәйгегә сығырға ҡушманы. Хәҙер беҙгә ике яҡташыбыҙға уңыш теләргә ҡала. Илья Первухин 1000 метрлыҡ араны ике кешелек кәмәлә Алексей Коровашков менән үтәсәк. 12 августа еңел атлет Григорий Андреев ярышасаҡ.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад