Юрағандар юш килә07.08.2012
Ниһайәт, көтөп алынған дүртенсе "алтын"ға эйә булдыҡ! Уны грек-рим көрәшсеһе Роман Власов 74 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә яуланы.

Ауыр атлетикала "алтын"ға өмөт уятыусы Хажиморат Аккаев менән Дмитрий Клоковтың бәйгегә сыға алмауы, миҙалдарҙың икенсе илдәргә китеүе Рәсәй көйәрмәндәренең күңелен ҡырҙы. "Лондонға килгәс, Аккаевтың арҡаһындағы элекке йәрәхәтенең ауыртыуы көсәйҙе. Табиптар уға операция яһарға ҡарар итте", — ти Рәсәйҙең Ауыр атлетика федерацияһы президенты Сергей Сырцов "Р-Спорт" агентлығына биргән интервьюһында.
Клоков менән дә шундайыраҡ хәл — Олимпиада алдынан тубығының элекке йәрәхәте үҙен һиҙҙерә башлаған. Ауыр атлетика буйынса илебеҙ данын яҡларға йыйынған Оксана Сливенко ла Лондонға юлланырҙан бер көн алда йәрәхәтләнгәйне. 63 килограмға тиклемгеләр араһында көс һынашыусы Светлана Царукаева шулай уҡ күнекмә мәлендә аяғын ауырттырып, тулы көс менән сығыш яһай алманы һәм көмөш миҙал алды. Штангасыларыбыҙҙың бер юлы имгәнеүен Сергей Сырцов үҙе лә теүәл генә аңлата алмай.
Олимпия уйындары асылғанда илдең байрағын тотоп барған кеше алтын миҙал яулай алмай тигән юрау юш килде: тенниссы Мария Шарапова Америка спортсыһы Серена Уильямстың артынан өлгөрә алманы һәм көмөш миҙал менән ҡайтты.
6 авгусҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Ҡытай йыйылма командаһы 61 миҙал (утыҙы — алтын) менән беренсе урында килә. Америка Ҡушма Штаттары унан күпкә ҡалышмай — 60 миҙалы бар (28-е — алтын). Ватандаштарыбыҙ барлығы 35 миҙал яуланы, "алтын"дар һаны буйынса туғыҙынсы баҫҡыстабыҙ. Элекке союздаш республикаларҙан Ҡаҙағстан ғына көслөләр иҫәбендә — алты спортсыһы алтын миҙал алды.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад