Егеттәребеҙ — алтын!04.08.2012
Краснодар егете Арсен Галстян (60 килограмға тиклем ауырлыҡта көрәшә) менән Дағстан егете Мансур Исаев (73 килограмға тиклем) дзюдо буйынса алтын миҙал алып һөйөндөргәйне. Кисә йәнә бер Дағстан көрәшсеһе Таһир Хәйбулаев 100 килограмға тиклем ауырлыҡта өсөнсө "алтын"ды яуланы.

Мансур менән Таһир 50 мең самаһы ғына кеше йәшәгән Ҡыҙылйорт ҡалаһында тыуып үҫкән. Хәҙер был бәләкәй ҡала бар донъяға танылды.
Олимпия уйындарының алтынсы көнөндә, Хәйбулаевтан тыш, Рәсәйҙең башҡа спортсылары ла уңышҡа өлгәште. Рапирасылар командаһы (Инна Дериглазова, Камилла Ғәфүрйәнова, Аида Шанаева, Лариса Коробейникова) менән 17 йәшлек гимнаст Виктория Комова көмөш миҙалға өлгәште. Уҡсы Василий Мосин (дабл-трап), гимнаст Әлиә Мостафина (күп бәйгеле ярыш) һәм йөҙөүсе Юлия Ефимова (200 метр, брасс) бронза миҙал яуланы.
Н. РАФИҠОВА.


Вернуться назад